Пятница, 29.03.2024, 17:11

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

АҠ БАТША ӘРМЕҺЕНДӘ ХЕҘМӘТТӘ

Хәҙер һүҙ, башҡорт халҡының үҙ ырыу башлыҡтары, аҡһаҡалдарға һәм муллаларға ышанырға бойороуҙары: улар халыҡҡа һәм һалдатҡа алынған кешеләргә, беренсе Аллаға, икенсе Аҡ батшаға тоғро булырға, ҡаршы килгән дошманға бер ҡарыш ерҙе лә бирмәҫкә, шулай уҡ, йән-тән аямай, бер тамсы ҡан ҡалғанса һуғышырға тип, Ҡөрьән үптергәндәр, шулай итеп ант иттергәндәр.

1812 йылғы Ватан һуғышында 15 башҡорт полкындағы урядник Дауыт Агишев Парижды алыуҙа ҡатнашып, ҡаһарманлығы өсөн ике көмөш миҙалға лайыҡ була. Унан тыш был һуғышта Йомаштан рядовойҙар: Аят Әхмәров, Төхвәтулла Ғабдуллин, Йомағол Аҡбулатов, Сәетғәфәр Баййегетов, Мырҙагилде Әбүбәкиров, Ғәбделғәфәр Ишбаевтар ҡатнашып миҙалдар менән бүләкләнәләр.

Ул ваҡыттарҙа әрмелә хеҙмәт итеү тәүҙә 25 йыл булған. Тора-бара хеҙмәт итеү 7 йылға ҡалған. Бына ошо ете йыл хеҙмәт итеүҙә Йомаштан Мөхәммәтдинов Мәхейән ҡарт та булған. Аҡ Мәсетте алыуҙа Йомаштан да атлы ғәскәрҙә ҡатнашыусылар байтаҡ булған. Ошо Аҡ Мәсетте, хәҙерге Үзбәкстанда “Ҡыҙыл урҙа” тип йөрөтәләр.Шул яуҙа Йомаштан, Йәналин Садиҡ ҡатнаша. Садиҡ һалдат хаҡында, уның һөйләүе буйынса халыҡта бер ҡыҙыҡ риүәйәт бар.

Аҡ Мәсет тураһында мәрәкә

Аҡ Мәсетте уратып алғас, уның нығытмаһын ала алмағас, бахут (поход. – Л.Ҡ.) етәксеһе Бирауский (Перовский) ер аҫтынан инеү өсөн ер ҡаҙырға бойороҡ биргән. Ҡаланы урап торған ғәскәр ер ҡаҙыуға тотонған. Шул, ер ҡаҙғанда, Йәналин Садиҡ бер көндө арып, халыҡ төшкө ашҡа туҡтағанда, йоҡлап ятып ҡала. Ер ҡаҙыған урынды ҡарау өсөн бер түрә килгәндә, Садиҡ һиҙеп ҡалып, ер ҡаҙа башлай. Шунда түрә Садиҡҡа: ”Һин нишләп төшкө ашҡа ҡайтмай, эшләп тораһың?”, – тигән. Садиҡ уға былай тип яуап биргән тиҙәр: ”Аш ҡайғыһы бармы, тиҙерәк Аҡмәсетте алырға кәрәк!”. Шунан, килгән урыҫ түрәһе: ”Һеҙҙең исем, фамилияғыҙ нисек?”, –тип, яҙып алып киткән. Аҡ Мәсетте алып, яуҙан ҡайтыр алдынан, бөтә халыҡ алдында, Йәналин Садиҡҡа, сутник (сотник – йөҙ башы – Р.А.), тигән дәрәжә биреп, көмөш миҙал да тағалар. Шуға ауылда уны, үҙе үлгәнсә “Сутник Садиҡ”, тип йөрөткәндәр.

1905 йылғы Япун (япон.-Л.Ҡ.) һуғышында ла ҡатнашалар, ләкин унда үлгән, йәки яраланған ауыл кешеләре булмаған.

1914 йылғы беренсе Бөтә донъя һуғышында Йомаштан күп кеше ҡатнаша. Ошо һуғыштан, исемдәре иҫкә алынған түбәндәге кешеләр әйләнеп ҡайта алманылар. Бына улар: Юнысбаев Ғатаулла Г., Әбүбәкиров Нәбейулла Ғ., Килдеғошов Дәлха һәм Йәналин Шәрифулла Ғ..

Яраланып ҡайтыусыларҙан: Йомашев Фазлетдин, Баййегетов Әюп, Әбүбәкиров Зөфәр, Түгәлбаев Басир Я., һәм Иҫәнов Суфыян Х.