Суббота, 27.04.2024, 02:45

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

ШӘЖӘРӘНЕҢ МӘҒӘНӘҺЕ

“Шәжәрә” һүҙе - башҡорт халҡына, ата-бабаларыбыҙ тарафынан индерелгән. Һәм ғәрәп һүҙе “шәджәрәтүн” булараҡ, “ағас” тип тәржемә ителә. Башҡорт халҡы, ошо шәжәрә буйынса үҙенең кәм тигәндә ете быуынын белергә тейеш булған һәм әйтеп үтелгән ҡан-ҡәрҙәшлекте ҡәтғи һаҡлаған. Ете быуын эсендәге егет йә ҡыҙ, бер береһенә ғашиҡ булырға ла, өйләнешергә лә тейеш түгел, ти торғайны олатайым Хәбир мулла Өмөтҡужа улы Мостафин. Шуның өсөн дә борон башҡорт балалары камил зиһынлы (зиһенле – ЛҠ.), аҡыллы һәм бәһлеүән булып донъяға килгәндәр Был турала урыҫ тарихсылары ла байтаҡ мәғлүмәт ҡалдырғандар. Бөрйән ырыуы бәһлеүәне Алдар-батыр Иҫәнгилдене урыҫ батшаһы Петр-I ғәскәрҙә булған батырҙарҙың беләктәрен тотоп ҡарағанда һайлап алған, тип һөйләгәндәр аҡһаҡалдар.

Алдар-батыр төрөк ғәскәрендәге черкес бәһлеүәнен еңеп, урыҫ ғәскәренә һөжүм башларға юл аса. Петр-I, ышанысын аҡлағаны өсөн, Алдар–батырға, һәм уның нәҫеленә тарханлыҡ, йәғни кенәзлеккә яҡын, дәрәжәһен бирә.

Тағы ла шуны әйтергә кәрәк. Шәжәрәләрҙә фәҡәт ир-ат ҡына быуындан быуынға күрһәтелә һәм был бик тә дөрөҫ.

Беренсенән: барса ҡанундар һәм йолалар буйынса, ир булһынмы, атай булһынмы, ул – ғаилә башлығы.

Икенсенән: ғаиләлә ир бала тыумай ҡыҙҙар ғына тыуа икән, ул ҡыҙҙар хәләл ефетле булһалар, балалары иренең нәҫелен дауам итеүсе һаналалар.

Был нәүбәттә, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең шәжәрәһе үрнәк булһа, икенсенән, ғәрәп ғалимдәре тарафынан төҙөлгән “Бәйғәмбәрҙәр шәжәрә”һе иғтибарға лайыҡ.

Әйтергә кәрәк, әгәр шәжәрәләге теге йәки был ирҙең ҡыҙы йәки ҡатыны данлыҡлы ғалимә, хәрби етәксе, ҡаһарманлығы өсөн иң юғары хөкүмәт баһаһына лайыҡ икән, был турала шәжәрә аҫтына яҙып ҡуйыу тыйылмаған.

Һуғышта булған яугирҙәрҙең исеме өҫтөнә ҡыҙыл йондоҙ, һуғышта ҡалғандарҙың исеме өҫтөнә ҡара йондоҙ ҡуйыуҙың зыяны юҡ.

Авторҙан

Был әҫәрҙә ауылдың күпселеген тәшкил иткән: Иҫәновтар, Килдеғошовтар, Йомашевтар, Йәналиндар, Ярҡынбаевтар, Юнысбаевтар, Байегетовтар, Биктимеровтар һәм Алсынбаевтар нәҫеленең шәжәрәһен күрһәтергә булдым. Шәжәрәне Сафиулла Хафиз улы Иҫәнов мәрхүм төҙөгән. Ҡайһы бер шәжәрәләргә өҫтәмәләр индерелде.