Четверг, 28.03.2024, 19:24

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

ГРАЖДАНДАР ҺУҒЫШЫНАН ҺУҢ

Йәш Совет хөкүмәтенә, тәртип урынлаштырып, тормошто юлға һалып ебәреү ауыр мәсьәлә ине. Етмәһә, 1919-1920 йылдарҙа ҡоролоҡ булып, иген, бесән үҫмәне. 1921 йыл аслыҡ килде. Бигерәк тә иген сәсмәй, малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорт халҡы аслыҡҡа дусар булды. Был аслыҡтан ҡотолоуға Совет иленең юлбашсыһы - Владимир Ильич Ленин ярҙам ҡулын һуҙҙы. Сит илдәрҙә йәш Совет илен “ил” тип танымаған ваҡытта, В.И. Ленин, ҡайҙан тапһа, табып, ауыл балаларын үлемдән, аслыҡтан ҡотҡарып алып ҡалды.

Ул йылдар ҙа үтеп китте. Был йылдар, байҙарҙың нисек булһа ла, ярлы халҡты рәнйетеп, урлап, алдап, уның йонсоуынан файҙаланып бушҡа эшләтеп, байып ҡалырға тырышыуын күрһәтте. Ярлы – батрак хөкөмөндә, ә урта хәлле –ярлы булып ҡалған ине.

НЭП дәүере

1921 йылғы ҡытлыҡтан ҡотолған ярлылар, малһыҙ ҡалып, шул уҡ байға эшләп, тамаҡҡа ялланып көн күрәләр.Сөнки ул ваҡытта байҙар һәм бай балалары эш башында (етәкселектә мәғ.- Л.Ҡ.) инеләр. Улар бигерәк тә НЭП (Яңы иҡтисад сәйәсәте-Новая экономическая Политика- Л.Ҡ.) дәүерендә ҡоторҙолар. НЭП В.И. Ленин тарафынан барлыҡҡа килтерелде һәм ҡанун булараҡ ҡабул ителде. Бында, кемдең хәле етә –завод, фабрика эшләтергә, тирмәндәрҙе ебәрергә, күн иләтеү, хеҙмәтсе яллап эшләтеү, дин тоторға, мулла булыу, сауҙа итергә һәм башҡа эштәргә ихтыяр бирелде. Бына ошо ваҡытта, бирелгән ирек менән файҙаланып, байҙар һәм кулактар, ер аҫтына йәшергән байлыҡтарын сығарып, хоҡуҡ ҡағыҙы алып, һатыу итергә керештеләр. Дин тотҡан кешеләр мулла булып киттеләр. Әйтәйек, Әптекәй ауылынан, бер йәш кенә кеше – Мөкминов Вәдәт, мулла булып китте.

Ауылдың тәүге ойошмалары

Беренсе коммунистик йәштәр берекмәһен-комсомолды (ВЛКСМ-ды.- Л.Ҡ.)1925-1926 йылдарҙа уҡытыусы Сырлыбаев Ғинийәт ойошторҙо. Беренсе комсомол сәркәтибе (ойошма секретаре- Л.Ҡ.) итеп - Юнысбаев Фазулла Хәмзә улы һайланды.

Тәүге партия ойошмаһы (КПСС- Л.Ҡ.) ла 1928-29 йылдарҙа ойошторолдо. Ауылдың партия ойошмаһы сәркәтибе итеп, Әбүбәкиров Ҡаһарман Ибраһим улы һайланды. Ойошманың тәүге ағзалары: Барлыбаев Ҡаһарман Хәсән улы, Аҡбулатов Ғәнейулла Ғиззәт улы, Ҡотлоғужин Рәхмәт Ғәбдулғази улы, Йәғәфәрова Сәмсекәй, Юнысбаев Вәлиулла Хәмзә улы булдылар.

Артельдәр

1927 йылда бергәләп ер эшләү әртиле (артель- Л.Ҡ.) ойошторолдо. Батрактарға үҙ алдарына йәшәргә киң юл асылды. Атһыҙҙарға, ат алыуға көтәсәккә аҡса бирелде.

1928 йылдар, Партия һәм Совет хөкүмәте, ҙур боролош дәүерен башлап ебәрҙе: Ауыр сәнәғәтте үҫтереү, еңел сәнәғәтте аяҡҡа баҫтырыу. Бергәләшеп ер эшләү өсөн, Йомашта       ике ойошма ойошторолоп: беренсе ойошмаға -17 кеше, икенсе ойошмаға – 11 кеше яҙылдылар.

Муллаларҙы ҡулға алдылар.

Кулактарҙы синыф булараҡ бөтөрөү башланды. Беренсе ойошма, Яманташҡа, яңы ауылға сығырға, ауыл исемен “Ҡушйылға”, тип ҡушырға, икенсеһе яланға, Мәкәтин йылғаһы башына сығырға ҡарар итәләр.

Ҡушйылға әртиленә яҙылыусылар исемлеге:

Әртил башлығы - Әхмәтов Хөсәйен Камил улы, ағзалары: Әбүбәкиров Ҡаһарман И., Әбүбәкиров Айса Б., Аҡбулатов Әхмәтсафа Ғ., Аҡбулатов Ғәнейулла Ғ., Әхмәтов Йосоп С., Иҫәнов Сафиулла Х., Иҫәнов Ғабдулла С., Ниғәмәтов Рамаҙан А., Ярҡынбаев Ғыймазетдин С., Ярҡынбаев Хәләфитдин С., Ярҡынбаев Ниғәмәт А., Солтангәрәев Хәкимйән К., Байегетов Ғениәт А., Ишбулатов Ниғәмәт Н., Кәлимуллин Әбүбәкир Т., Ҡотлоғужин Рәхмәт С. Һәм Ибраһимов Ноғоман Ғ. инеләр.

Икенсе әртилгә ойошоусылар: Иҫәнов Ғүмәр В. – Әртил башлығы, Иҫәнов Яҡуп В., Әхмәтов Ситдиҡ К., Әхмәтов Мөхәммәтғәли К., Баймурзин Шаһивәли Л., Баймурзин Шаһимарҙан, Ниғәмәтов Сәлимгәрәй Н., Рәхмәтуллин Сәғиҙулла, Фәтхуллин Мәһәҙи, Шәрипов Әһли, Юнысбаев Хөснөтдин Х. һәм Юнысбаев Абдулла А. булдылар.

Ҡушйылға әртиленә ойошҡандар, тәүге йылы, яланға иген сәсте, икенсе йылы Яманташҡа сәсте. Иген бик яҡшы уңды.Бергәләп ер эшләү әртиленә ингән ағзаларға, ат, һабан, тырма һәм башҡа ауыл хужалығы кәрәк-яраҡтары алырға аҡса, сәсеү өсөн иген, картуф орлоҡтары үтескә биреп торолдо. Шулай уҡ, халыҡҡа, яңы ауылдарға күсеп сығырға рөхсәт бирелде.