Пятница, 29.03.2024, 15:23

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

РӘНЙЕТЕҮҘӘР

Рәнйетеүҙәрҙең башы

Коллективлаштырыу сараларын тиҙләтеү маҡсатында Совет власы иң тәүҙә байтаҡ халыҡты һайлау хоҡуғынан мәхрүм итте. Был хәл 1927 йылда уҡ башлана. Был исемлектә шул замандың уҡымышлылары: муллалар һәм мөәзиндәр күпселекте тәшкил итә. Башҡортостанда шәхси хужалыҡтарҙы коллективлаштырыу 1929 йылдың 15 авгусында ВКП(б) ның Өлкә комитеты бюроһында ҡарала. 1930 йылда коллективлаштырыу тиҙлеген арттырыу маҡсатында ҡалаларҙан ауылдарға меңәрләгән вәкилдәр ебәрелә. Улар крәҫтиәндәрҙе ҡурҡытыу, алдау ысулдары менән, мәжбүри рәүештә колхоздарға индерә. Бөтә булған йыйылыштар ошо сараға бәйле була. Ә инде инергә теләмәгән урта хәлле крәҫтиәндәрҙе кулактар исемлегенә индереп, ул хужалыҡтарҙы бөтөрөү сараларын күрә башлайҙар. Тәүҙә кулактарҙың мөлкәте тартып алына, һуңынан уларҙы Башҡортостандың алыҫ төбәктәренә ҡыуалар, тора-бара республиканан ситкә һөргөнгә ебәрәләр. Кемдең башына килеп күрә алмаған кешеһе өҫтөнән яҙып бирә ала, шул яҙыуға ҡарап ҡулға алыуҙар көсәйә.

Ниндәй генә сәбәптәр тапмайҙар: урлаған, туҡмаған, һүккән имеш тип яҙып бирһәләр,төндәме, көндөҙме, ҡарап тормайҙар, ҡайҙа күрәләр шунда ҡулға алғандар.Ҡулға алыусылар араһында колхоз рәйестәре, идара етәкселәре, ауыл советтары етәкселәре, райондан килгән вәкилдәр ҙә бар. Йыбанмаһа (теләһә мәғ.- Л.Ҡ.), кемдең ҡулға алырға хоҡуғы юҡ – шул да ҡулға алған.

Ниндәй статьяларға таянып хөкүм иткәндәр икән, тигән һорауға яуапты уҡыусыларым иғтибарына еткерәм.

 

Р.Абдрахманов:

Нахаҡтан тағылған статьялар

Динһеҙҙәр тарафынан эшкәртелеп, ҡулайлы тип табылған: күпме ғәйләләрҙе рәнйеткән, ҡатындарҙы тол иткән, балаларҙы етем ҡалдырған статьялар, бына улар:

Статья 58-2. Ҡораллы баш күтәреү йәки ихтилалға ҡаршы маҡсат менән ҡоралланған бандаларҙың Совет биләмәләрен баҫып алыуҙары, хакимлекте Үҙәктә баҫып алыу, йәки урындарҙа шул уҡ ниәт менән көсләп ССР Союзынан һәм унан айырым Союздаш Республиканан ниндәй булһа ла биләмәһенең бүлеген айырып алыу маҡсатында йәки ССР Союзы менән сит ил араһында төҙөлгән килешеүҙәрҙе юҡҡа сығарыу, социаль яҡтан иң юғары язаға тарттырыуға – атып үлтереүгә, йәки мөлкәтен тартып алып, хеҙмәтсән халыҡ дошманы, тип иғлан итеүгә еткерә һәм Союз Республикаһы гражданыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеп, шуның менән берлектә СССР гражданы хоҡуғынан да һәм бөтөнләйгә ССР Союзы биләмәләренән ҡыуыу, еңеләйтә торған хәл шарттар булыу мөмкинлеген күҙ алдында тотоп, өс йылдан да кәм булмаған осорға иркенән мәхрүм итергә, мөлкәтен бөтөнләйгә, йә өлөшләтә тартып алыу язаһына тарттырырға.

Статья 58-3. Инҡилапҡа ҡаршы маҡсат менән сит ил дәүләте менән йә булмаһа уның айырым вәкиле менән бәйләнештә булыу. СССР менән һуғыш хәлендә торған йәки уның менән ҡораллы баҫып алыу йәки блокада юлы менән көрәшкән сит ил дәүләтенә, нисек тә булһа һәм ниндәйҙер ысул менән ярҙам иткәне өсөн, ошо кодекстың 58-2-се статьяһында күрһәтелгән социаль яҡлауҙан мәхрүм итеү язаһына тарттырыла.

Статья 58-8. Совет хакимиәте вәкилдәренә йүнәлтелгән йә инҡилап илселәренең эшмәкәрлегенә һәм крәҫтиән ойошмаларына ҡаршы террористик акттар ҡылыу, һәм шундай акттарҙы үтәүҙә ҡатнашыу, инҡилапҡа ҡаршы ойошмаға ҡарамаған кеше булһа ла социаль яҡлауҙан мәхрүм итеү (артабан, статья, 58-2, тип аңларға кәрәк – Р.А.) язаһына тарттырыла.

Статья 58-10. Совет хакимиәтенең абруйын төшөрөү, ҡаҡшатыу, ҡолатыуға саҡырыу, йә булмаһа инҡилапҡа ҡаршы енәйәт эшләү. Эштәрҙе дәғүәтләү (агитациялау – Р.А.), йә диғайәтләү (пропагандалау-Р.А.), берҙәй шундай эстәлекле әҙәбиәтте таратыу, әҙерләү йә һаҡлаусы, алты айға иркенән мәхрүм итеү язаһына тарттырыла.

Статья 58-11. Һәр төрлө зат ойошторған эшмәкәрлектең йүнәлеше әҙерлеккә йә әлеге бүлектәге ҡаралған енәйәт ҡылыу, шуға тигеҙ әҙерлек өсөн барлыҡҡа килгән ойошмаларҙа ҡатнашыу, йә булмаһа әлеге бүлектә ҡаралған бер енәйәт эшләү, социаль яҡлауҙан мәхрүм итеү язаһына тарттырыла.

Ә хәҙер, ошо статьяларға таянып хөкүм ителгәндәр тураһында ла яҙып үтәйек.

Золом ҡорбандары – руханиҙар

Совет хакимиәтенә ҡаршы дәғүәт алып барыуҙа, икмәк әҙерләү барышын, ауыл хужалығын социалистик үҙгәртеп ҡороу сараларын ҡаҡшатырға тырышыуҙа айырыуса дин әһелдәрен ғәйепләйҙәр. Ошо урында Л.М. Кагановичтың партия ойошмаларына ебәрелгән “Дингә ҡаршы эш алып барыу сараларын көсәйтеү тураһында” тигән хаты, асыҡ яра өҫтөнә тоҙ һипкән кеүек тәьҫир итеп, муллаларға ҡаршы һөжүмде киң йәйелдереп ебәрә. Ошо осорҙа ҡулға алынған мулла – ауылдаштарыбыҙ:

1) Шәрифулла Хужахмәт улы Аҡбулатов, имам-мөғәллим, Указ № 92, 1916 йылдың 17 ғинуарынан. Ул, 1881 йылда Баймаҡ моҙафаты Йомаш ауылында тыуған,башҡорт, фирҡәһеҙ, башланғыс белемле, мулла, 1930 йылдың 30 мартында ҡулға алына, 58-10, 58-11-се статьялар буйынса, 5 йылға иркенән мәхрүм ителгән, 1989 йылдың 24 ноябрендә аҡлана.

Аслыҡтан, йәберләүҙән, туҡмалыуҙан Ш.Х. Аҡбулатов Әстерхан ҡалаһы төрмәһендә үлеп ҡала.

2) Мырҙағариф Солтанмәхмүт улы Ярҡынбаев, мөәзин, башланғыс синыф малайҙар мөғәллиме, Указ № 97, 1914 йылдың 17 ғинуарынан. Ул 1872 йылда Баймаҡ моҙафаты Йомаш ауылында тыуған, башҡорт, фирҡәһеҙ, тулы булмаған урта белемле, 1929 йылдың 19 ноябрендә ҡулға алына, 58-10, 58-11-се статьялар буйынса 5 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1989 йылдың 24 ноябрендә аҡлана.

Йыл һайын илебеҙҙә 30 октябрь – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө уҙғарыла. Ошо айҡанлы Б. Вәлид исемендәге Баймаҡ районы премияһы лауреаты Азамат Тажетдиновтың “Һаҡмар” гәзитендә 2006 йыдың 28-се октябрь көнө баҫылып саҡҡан мәҡәләһен, исемен үҙгәртеп, яҙыусының ризалығы менән ҡыҫҡартып уҡыусыларыма тәҡдим итәм.

Аяныслы бала саҡ

Флүрә Суфиян ҡыҙы Аҡбулатова-Ҡадырова 1940 йылда ата-әсәһе Иркутск өлкәһе Черемхово ҡалаһында һөргөндә булғанда тыуып, шунда үҫә. Үҙенең Шәрифулла олатаһы һәм атаһы Суфиян тураһында ул бына нимәләр һөйләй: “Олатайымды миңә күрергә насип булманы. Уның хаҡында атайымдың һөйләүе буйынса беләм. Олатайым 1881 йылда Йомаш ауылында тыуа. Ауылда хөрмәт ҡаҙанған дин әһеле – мулла була. Биш бала тәрбиәләй. Үҙ тырышлығы арҡаһында хәлле йәшәй: 50 гектар ер эшкәртеп, иген сәсә, 30 башлап һыйыр, йөҙләгән йылҡы малы тота, ә ваҡ мал менән ҡош-ҡорттоң иһә иҫәбе-һаны булмай. Хужалыҡ эштәрен ғаилә ағзалары менән алып барғандар. Ғөмүмән, Аҡбулатовтар үҙҙәренең тырышлығы арҡаһында ғына муллыҡта йәшәй алған.

... Ауыл ҡуштандарының ошағы буйынса олатайымды, биш балаһы, ҡатыны менән, 1930 йылдың мартында ҡулға алалар һәм мал өсөн тәғәйенләнгән вагондарға тейәп, тәүҙә Әстерхан яғына оҙаталар. Улар араһында минең буласаҡ атайым – 19 йәшлек Суфиян да була. Аслыҡтан, йәберләүҙән, туҡмалыуҙан Әстерхан төрмәһендә Шәрифулла олатайым үлеп ҡала...

...Ҡалған ғаилә ағзаларын вагондарҙа Черемховоға алып килеп, барактарға тығалар. Барактар бысраҡ була, өҫтәүенә тәҙрәләр юҡ, кейем-һалым, ризыҡ етешмәй.

 

Флүрә Суфиян ҡыҙы Аҡбулатова-Ҡадырова ғаиләһе менән.

 

Күп тә көттөрмәй Себер һыуыҡтары башлана. Улар өләсәйебеҙҙең башына етә. Ғаилә ағзаларына күҙ-ҡолаҡ булыу, уларҙы ҡурсалау атайым иңенә төшә. Ул күмер шахтаһына эшкә урынлаша. Шахтала шарттар ҡот осмалы була, бөтә эш ҡул көсө менән атҡарыла. “Аяҡ, өҫ кейемдәре һәр ваҡыт һыу, өҫкә сыҡһаң, шундуҡ боҙға әйләнә. Һыуыҡ баракта таш кеүек таш кеүек ҡатҡан кейемде сисә алмайынса илаған ваҡыттарым күп булды”, – тип хәтерләй ине атайым...”

1935 йылда Суфиян Аҡбулатов Аҡбулатов Ҡыйғы районынан ата-әсәһе менән бергә һөргөнгә ебәрелгән Факиһа исемле ҡыҙға өйләнә. Уларҙың балалары үлеп тора, тик 1940 йылдан һуң тыуған балалары: Флүрә, Файза, Сафия, Урал, Мәҙинә – мандып китәләр. Аллаға шөкөр, улар бөгөнгө көндә лә имен-һауҙар.

Һәр саҡ күҙәтеү аҫтында йәшәнек,тип хәтерләй ул йылдарҙы Флүрә.

Аҙнаға бер тапҡыр әсәйем, биш балаһын етәкләп, комендатураға алып бара ине. Унда беҙ теркәү үтә инек. Икмәк тә, һыу ҙа талон менән бирелде. Талонды йә урлатып, йә юғалтып илап ултырған саҡтарыбыҙ ҙа булды... Әсәйем мәрхүмкәйҙең дә ғүмере йәшләй генә ошо лагерҙа өҙөлдө ...”

Суфиянға балаларҙы аҫрар өсөн тәүлегенә 16 сәғәт буйы эшләргә тура килә. Бөтә донъяға үс иткәндәй Суфиян баш баҫып эшләй ҙә эшләй.

Власҡа Хрущев килеп илдә “йылыныу осоро” башланғас, йәшәүе еңелләшә төшә. Суфиян кеүектәрҙең дә фиҙаҡар хеҙмәтенә иғтибар итә башлайҙар – ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана, Черемхово ҡалаһының Почетлы шахтеры булып китә. Яҡташыбыҙ 1962 йылда 50 йәшендә хаҡлы ялға сыға һәм 1989 йылда тулыһынса аҡлана. Ҡыҙының хәтирәләренә ҡарағанда Суфиян Аҡбулатов тыуған яғын – ғәзиз Йомашын бик ныҡ һағына торған булған. Ҡайғылы саҡтарында ҡулына ҡурай алып, халыҡ көй-йырҙарын һуҙған, шулайтып, ашҡынған күңелен бушатҡан. Нисек кенә булмаһын, ул ҡайта алмай – 2004 йылда Ер-әсә тағы ла бер ғәзиз балаһын үҙ ҡуйынына ала.

– Мин, – тип әңгәмәһен дауам итә Флүрә, – 1960 йылда Аҡморон ауылындағы Мотиғулла һәм Фәғилә Аҡбулатовтарға килеп йәшәй башланым. Артабан Баймаҡ машиналар эшләү заводында, Сибай баҡыр-көкөрт комбинатында эшләп ,шунан хаҡлы ялға сыҡтым...

Флүрә Аҡбулатова-Ҡадырова өс бала тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырған әсә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

Бына шулай үтә “лагерь балалары”ның бала сағы һәм бөгөнгө тормошо.

Старшина яҙмышы

Сәйғәфәров Һибәт Суфиян улы 1855 йылда Йомаш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Иртә ғилемгә ынтылған кеше Юлыҡ мәҙрәсәһендә ғилем ала. Батша әрмеһендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан Һибәтте күрә беләләр. Урындағы батша түрәләре уны ҡайҙа ғына ебәрһәләр ҙә эште белгәндәй итеп урынына еткереп эшләй торған булған. Урыҫ телендә лә урыҫтар менән иркен һөйләшергә өйрәнгән. Бара-бара, бының һәләтлектәрен белеп 1-се Бөрйән иләүе старшинаһы итеп тәғәйенләйҙәр. Старшина, бөгөнгө телгә әйләндергәндә, – хәрбиҙәрҙәге майор дәрәжәһенә тап килә. Ул ваҡыттарҙа иләү (волость-Р.А.) хакимиәте башлығы булып та, хәрби комиссар вазифаһын да башҡарып, һуғыш башланһа мобилизация ойоштороу ҙа старшина ҡарамағында була. Оҙон буйлы, башҡа халыҡтан ике башҡа бейегерәк булыуы тураһында һөйләп ҡалдырғандар олатайҙарыбыҙ уның тураһында. Тәртип, таҙалыҡ талап иткән, тиҙәр әле булһа ла ҡарттар, олатайҙарынан ишетеп. “Шул ауылда икән Һибәт-ыстаршина” тигәнде ишетһәләр, күрше ауыл халҡы урамға йүгереп сыҡҡан да урамдағы ташты, мал тиҙәген һепереп, йыйып, соҡорға күмә торған булғандар.

Юлыҡ ауылына китеп барғанда, йөрөтөүсем Рамаҙан Ғәллә улы Баййегетов Ислам ауылы артындағы һыртты күрһәтеп: “Ана шул һыртта Һибәт старшинаның бер-нисә алтын сығара торған соҡоро булған. Ауыл малайҙары, шул соҡорҙан алтын сығарабыҙ, тип шахтаға төшөп китеп соҡоналар ине. Ҡайҙа ул, алтынды кем әҙерләп һалғандыр улар өсөн”, – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы.

1912-1917 йылдарҙа Һибәт Суфиян улы Баймаҡ баҡыр иретеү заводының һәм рудниктарҙың утын әҙерләү һәм ташыу буйынса генераль подрядчигы булып эшләй.

Һибәт старшинаның Һаҡмарҙа үҙенең һыу тирмәне булып, ярлы-ябаға, урта хәллеләр ошонда осһоҙға иген үткәреп алғандар. Ул тирмәнде “Сәйғәфәр тирмәне” тип йөрөткәндәр.

1915 йылдар тирәһендә ул һаҡмар аръяғына, балалары менән Йомаштан күсеп китеп, бер нисә өйлө утарға нигеҙ һала. Шул утар ҙур ауылға әйләнә. Ауылды Комсомол тип атайҙар ине. Бөгөн килеп ул ауыл, үҙ эйәһенең исеме менән – “Сәйғәфәр” тип йөрөтөлә башланы.

Ул Совет власенең тәүге йылдарында Әхмәт-Зәки Вәлиди етәкселегендәге үҙаллы Башҡортостан өсөн барған милли азатлыҡ хәрәкәтенә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. 1818 йылдың февраль айында Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғас, 80 меңдән артыҡ ҡаҙна аҡсаһы Һибәт Суфиян улына һаҡлыҡҡа тапшырыла.

Урлау, алдауҙы белмәгән намыҫлы кеше, шул аҡсаның бер тинен дә ҡалдырмай, үҙенекен өҫтәп Башҡорт милли армияһын төҙөү өсөн ҡайтара.

Шулай булһа ла, замана шауҡымы: Сәйғәфәров Һибәт Суфиян улы, 1855-се йылғы, фирҡәһеҙ, башҡорт, башланғыс белемле, яңғыҙаҡ хужалыҡ эйәһе, 31 йылдың 18-се декабрендә ҡулға алына. 58-10, 58-11 статьяларына таянып 5 йылға ебәрергә хөкүм ителә.

Уны Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Ауыр язаларҙан,ҡайғыларға сыҙамай, шул китеүҙән бер йыл үткәс, 1932 йылда - тыуған ауылынан сит яҡтарҙа заманының зыялыларынан булған был кеше йән бирә.

1989 йылдың 3-сө авгусында аҡлана.

Хоҙайназаров Вәлиулла Искәндәр улы

Ул 1896 йылда Әптекәйҙә урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған һәм шунда үҫкән. Искәндәрҙең берҙән-бер улы булғанлыҡтан, уға Орск мәҙрәсәһендә уҡып белем алыу мөмкинселеге тейгән. Унда ул сауҙәгәрлек һөнәрен алған, төндәрен, ҡатындар кейеме кейеп, урыҫ телен өйрәнеү түңәрәгенә йөрөй.

Уҡып ҡайтҡас милиционер булып эшләй. Уға кешеләрҙе туҡмарға ҡушалар. Эшен оҡшатмай, ташлай. Аҡморонға күсеп бара, унда ат көтөүсеһе булып эшләй.

1929 йылда колхоз ойошторолғас, 2 һабан, тырма, 15 баш ат, 8 баш һыйыр, бер баш үгеҙ, 25 баш һарыҡ, 10 баш кәзә биреп беренсе булып колхозға ингән.

Буранбай ҡыҙы Шәмсиямалға өйләнеп, дүрт бала үҫтергәндәр.

Вәлиулла Хоҙайназаровты 1937 йылдың 6 декабрендә, 10 йылға хөкөм итеп, холоҡ төҙәтеү лагерына ебәрәләр. Шул китеүҙән ҡайтмай.

Артелгә беренселәрҙән булып яҙылған Ибраһимов Ситдиҡтың, Әхмәтов Хөсәйендең, шулай уҡ халыҡта ғилем усағы тоҡандырыусы зыялыларыбыҙҙан Баймурзин Ғүмәр мулланың яҙмыштары ошо көнгәсә сер менән уратылғандар. Золом ҡорбандарының тормошо менән шөғөлләнеүсе йәш эҙәрмәндәр һәм ғалимдарға фекерләргә урын бар.

Китапҡа ингән ҡорбандар

Китапҡа ингән золом ҡорбандарының күбеһен яҙып торманым. Сөнки был эҙләнеүҙәр өсөн күп ваҡыт талап итә. Шулай ҙа ҡайһы берҙәрен, урыҫсанан тәржемәһеҙ булһа ла, балалары, туғандары уҡып белһендәр өсөн күсереп яҙырға булдым. Аллаһ ярҙамынан ташламаһын! Уҡығандарға Хаҡ Тәғәләбеҙ сабырлыҡ бирһен!

1. Акбулатов Абдрахман Хужахметович.- 1870 года рождения, дер. Юмашево, башкир, б/партийный, образование начальное, единоличник, арестован 18.02.1931 г.,сослан по ст. 58-10,58-11 на 10 лет. Реабелитирован 03.08.01989 г.

2. Акбулатов Нигматулла Хужахметович, - 1874 г. р., дер. Юмашево, б/партийный, образование начальное, единоличник, арестован 30.03.1930 года. Осужден по ст.58-10, 58-11 к лишению свободы на 10 лет. Реабелитирован 24.11.1989 года.

3. Акбулатов Нугуман Нигаматович – 1906 г.р., дер. Юмашево, б/партийный, неграмотный,единоличник. Арестован 05.03.1931 года. Осужден по ст. 58-10,58-11 на 5 лет. Реабелитирован 03.08.1989 года.

4. Ахметов Мухаметгали – 1895 г. р., дер. Юмашево, башкир, б/партийный, образование начальное, единоличник, арестован 18.11.1929 году. Реабелитирован 11.07.1930 года.

5. Ахметов Мухаметгали Камалович – 1874 г. р., дер. Юмашево, башкир, б/партийный, неграмотный, колхозник, арестован 03.03.1933 году, осужден по ст. 58-10, 58-11 к лишению свободы на 10 лет. Реабелитирован 16.05.1989 года.

6. Ахметов Ситдик Камалович – 1895 г.р., дер. Юмашево, башкир, б/партийный, неграмотный, колхозник, арестован 03.03.1933 году, осужден по ст. 58-10, 58-11 на 10 лет. Реабелитирован 16.05.1989 года.

7. Ахметов Хусаин Камалович – 1877 г.р.,, дер. Юмашево, башкир, б/партийный, неграмотный, колхозник, арестован 09.03.1933году, осужден по ст. 58-7, 58-11 на 5 лет. Реабелитирован 16.05. 1989 года.

8. Акбаулатов Нурфаиз Хужахметович – 1892 г.р., дер. Юмашево, башкир, б/партийный, образование начальное, единоличник, арестован 05.03.1931 году. Осужден по ст. 58-11 лишением свободы на 5 лет. Реабелитирован 03.08.1989 года.

9. Баймурзин Шагимардан Лутфуллович – 1894 г.р., дер. Юмашево Баймакского р-на Башкирской АССР, башкир, б/партийный, неграмотный, конезавод № 46, рабочий по строительству, арестован 04.11.1937 году, осужден по ст. 58-10, 58-11 к лишению свободы на 10 лет. Реабелитирован 10.06.1957 года.

10. Ибрагимов Сабирьян Гильманович – 1898 г.р., дер. Юмашево, башкир, б/партийный, образование-начальное, сельпо, заготовитель, арестован 09.3.1933 году. Осужден по ст.: 58-7, 5810, 58-11 к лишению свободы на 10 лет. Реабелитирован 10.02.1967 года.

11. Магадиев Ихсан Хаирнасович – 1873 г.р., дер. Юмашево Баймакского района БАССР, башкир, б/партийный, неграмотный, колхозник. Арестован 09.03.1933 году. Сослан по ст. 58-7, 58-11 на 3 года. Реабелитирован 16.05.1989 году.

12. Сайгафаров Сунагат Хибатович – 1887 г.р., дер. Юмашево, башкир, б/партийный, образование начальное, единоличник, арестован 19.11.1929 году. Осужден по ст. 58-10, 58-11 на 10 лет. Реабелитирован 24.11.1989 года.

13. Сайгафаров Фатхулла Хуснутдинович – 1882 г. р., дер. Юмашево, башкир, б/партийный, образование начальное, конезавод № 46, кладовщик, арестован 03.11.1937 году, осужден по ст. 58-2, 58-11 к лишению свободы на 8 лет. Реабелитирован 26.10.1957 года.

14. Сайгафаров Усман Хуснутдинович – 1889 г.р., дер. Юмашево Баймакский р-н БАССР, башкир, б/партийный, неграмотный, разнорабочий, арестован 03.04.1942 года, осужден по ст. 58-10 к лишению свободы на 10 лет. Реабелитирован 24.10.1964 года.

15. Субхангулов Хаким Бадриевич – 1895 г. р., дер. Юмашево Баймакского р-на БАССР, башкир, б/партийный, образование неполно-среднее, колхозник, счетовод, арестован 09.03.1933 году.Осужден по ст. 58-7, 58-11 лишением свободы на 10 лет. Реабелитирован 16.05.1989 года.

16. Юнусбаев Закария Шамсуллович – 1907 г.р., дер. Юмашево, башкир, образование начальное, конезавод № 46, табунщик, арестован 23.11.1937 году, осужден по ст.58-2, 58-11 к лишению свободы на 10 лет. Реабелитирован 26.10.1957 года.

17. Юнусбаев Курмангали – 1871 г.р., дер. Юмаш, башкир, начальное образование, единоличник, арестован 18.11. 1929 году. Реабелитирован 11.07.1930 года.

18. Юнусбаев Сунагат Шамсутдинович – 1890 г.р., дер. Юмашево, башкир, б/партийный, неграмотный, колхозник, арестован 21.07.1930 году. Осужден по ст. 58-2, 58-10 к высшей мере наказания, расстрелян 05.01.1931 года. Реабелитирован 19.05.1989 г.

19. Юнусбаев Яхия Шамсуллович – 1897 г.р., дер. Юмашево, башкир, б/партийный, образование начальное, конезавод № 46, старший табунщик, арестован 03.11.1937 года, осужден по ст. 58-2, 58-11 к лишению свободы на 8 лет. Реабелитирован 26.10.1957 года.

Был тулы булмаған исемлекте тултырып баҫтырыусылар булыр тигән уйҙа ҡалам.