Юлыҡ тигән татар ауылы тураһында ла бер нисә һүҙ яҙып китеү кәрәк булыр. Башҡорттар үҙ ирке менән урыҫтарға ҡушылғас, Ырымбурҙағы губернатор беҙҙең олатайҙарға, Верхний Уральский ҡалаһынан Оренбург ҡалаһына ҡәҙәр булған арала, батша түрәләрен йәки кәрәкле ҡағыҙҙарҙы ташыу өсөн 40 мәртәбә ылау сабырға бойороҡ бирә. Ләкин беҙҙең олатайҙар был эште, бик ауыр эш, ҡалайтып үтәйбеҙ, беҙҙең арба ла, яҡшы сбруй ҙа юҡ бит тип, аптырашта ҡалған бер мәлдә, Ҡазан ханлығы бөтөрөлөп, урыҫ диненә риза булмаған, ул динде ҡабул итеп, суҡынырға ризалашмаған татар халҡын Ҡазандан ҡыуғандар. Шунан байтаҡ йылдар үткәс, татарҙарҙың бер-нисә кешеһе килеп башҡорттарҙан ер һораған. Шул осорҙа башҡорт ырыу башлыҡтары һәм аҡһаҡалдар кәңәш итеп: ” Әгәр һеҙ, беҙҙең исемдән ылау сапһағыҙ, ер бирәбеҙ,” –тигәндәр. Татарҙар риза булғандан һуң, уларҙан 40 өйлө кеше килеп, 40 мәртәбә ылау йөрөп, ер бүлеп алғандар.Уларҙың араһында бөгөн нәҫелдәре Әҙеһәмов, Моҡаев, Әбдрәшитов, Әбүбәкеров һәм Тимербулатов булып яҙылғандарҙың: Әҙеһәм, Моҡай, Әбдрәшит, Әбүбәкер, Тимербулат исемле бабалары иң беренселәрҙән булдылар.
Ошо күсеп килгән татарҙар үҙҙәрен: ”Беҙ, ҡырыҡ дуғалылар!”, –тип йөрөтә башлағандар. Ә инде һуңынан килеп ултырғандарҙы, ”Мещандар” тип йөрөткәндәр. Ауылда халыҡ бик күбәйгәс, өй һалырға урынды улар ”Ҡырыҡ дуғалылар” рөхсәт иткән ергә генә һалғандар. Әгәр рөхсәт һорамай өй һалған кеше булһа, уның өйөн “Ҡырыҡ дуғалылар” ҡутарып Бөгөнгө Юлык ауылы ҡапҡаһы.
ташлағандар. Бик уҫал ҡарттарҙың береһе Мостаҡ ҡарт булғантип Һөйләйҙәр. Шулайтып, юл йөрөп алғанға , ауылға “Юллыҡ”, тип исем биргәндәр. Был ауылға, бынан 280 – 290 йылдар самаһында беренсе нигеҙ һалына. ”Ҡырыҡ дуғалылар” менән “Мещандар” араһындағы ыҙғыш,инҡилаптан һуң, 1920 йылдарға ҡәҙәр барҙы. 40 өйҙән башланып, Юллыҡ ауылы, бара-бара 400-450 өйлө Юлыҡ ауылы булып китте.
Ауыл үҫә, кешетәр ҙә дингә ынтылып, йәмәғәт намаҙҙарын ҙур ғына өйҙәрҙә уҡый торған булғандар. Был хәл, халыҡ алдында, тиҙерәк мәсет һалыу мәсәләһен ҡуя. Оҙаҡҡа һуҙмай ауыл осона ағастан мәсет, ә уның эргәһенә мәҙрәсә лә төҙөй башлайҙар.
1768 йылда, мәсет тә мәҙрәсә лә төҙөлөп бөтөп, эшләй башлай. Мәсеттең тәүге имамы итеп, мәҙрәсәнең тәүге мөдәррисе итеп Ғабдулатип Әҙеһәмов һайлана.
Уның хәлфәләре булып: Мағаз бин Мөхәммәтдин, Сәйфетдин бин Әбүбәкер, Ғабдрахман бин Мөхәммәтшәриф эшләйҙәр. Былар үҙ заманының көслө ғалимдәре булып, Урал аряғында ғына түгел, хатта тирә-яҡҡа дандары таралған зыялылырҙан булғандар. Яҡын-тирәләге ауыл мәсеттәренең имамдары, мөәзиндәре, мәҙрәсәләрҙең мөдәрристәре бында ғилем алғандар.
Башҡорт халҡының, заманындағы бөйөк ғалиме, шәйех, ишан Ҡорбанғәли Юлдыбай улы Аҡъярый хәҙрәт һәм татар халҡының бөйөк ғалиме Мифтәхетдин улы Юлыҡый хәҙрәттәренең ошо мәҙрәсә шәкерттәре булыуҙары билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ике ғалимдың тәржемәи хәлдәре һәм ғилми хеҙмәттәре бөгөнгәсә өйрәнелмәгән.
Мәҙрәсәнең икенсе имамы Хаммат Ғайса улы Ҡарғалы ҡасабаһына эшкә саҡырыла. Өсөнсөһө – Салих ахун Мифтәхетдин улы Зәйнәғәбдинов. Дүртенсеһе Әҙеһәмов Шәкирйән Мөхәммәтйән хәҙрәт улы. Былар 1898 йылға ҡәҙәр мәҙрәсәлә уҡытыусы булалар.
“1869 йылдан Юлыҡ ауылы Көнъяҡ Урал тау акционерҙар йәмғиәте ҡарамағына инә” –тип яҙа, Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән, һәм күп йылдар шул ауылдың Мирхәйҙәр Фәйзи исемен йөрөткән мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Фидай Хәйбулла улы Әбүбәкиров, үҙенең “Юлыҡ ауылының мәғариф тарихы” тип аталып, Сибай ҡалаһы “Атайсал” гәзитендә баҫтырылып сыҡҡан мәҡәләһендә. Алтын приискаларының хужаһы Мөхәммәт-Садиҡ Ғәбдел-Кәрим улы Рәмиев ошо акционерҙар ойошмаһын етәкләй.
Уның улдары Мөхәммәтшәкир, Мөхәммәтзәкир Юлыҡ ауылына ҙур үҙгәрештәр индерәләр.1898 йылда Ҡарғалынан ташсылар килтереп мәҙрәсә, 1910 йылда мәсет һалдыралар. Бөгөн был мәсет тарихи ҡомартҡылар исемлегендә тора. Мөхәммәтзәкир ҡарары нигеҙендә, бында яңыса белем бирә башлайҙар.
Тарих елдәре мәшһүр шәхестәребеҙ, Аллаһ ҡолдарын, йылдар туҙаны аҫтында ҡалдырған йә архивтарҙа булып та олатайҙарыбыҙ ҡулланған ғәрәп-фарсы һүҙҙәре менән байытылған, төрки халыҡтарҙа уртаҡ булған сығатай (боронғо төрки яҙмаһы булырға тейеш. – Л.Ҡ.) телендә яҙылған мәғлүмәттәрҙе, хәрефтәрҙе белмәү арҡаһында уҡый алмау сәбәпле һаман да өйрәнелмәй ята бирәләр.
Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге архивында һаҡланған башҡорт халҡының мәшһүр ғалимы Ризаитдин бин Фәхретдиндең Ырымбурҙа нәшер ителгән һәм ҡулъяҙма хеҙмәттәре араһында “Аҫар” (“Әҫәрҙәр”) китабы ла бер-нисә жилд (том) булып халыҡҡа билдәһеҙ рәүештә яталар. Был ғилми хеҙмәттәр әлеге көндә тулыһынса баҫылмаған, шунлыҡтан өйрәнелмәгәндәр.
Ошо китаптар араһында тарихи Башҡортостан ерҙәрендә үҙҙәренә абруй ҡаҙанған, мәшһүр ғалимдарыбыҙ хаҡында бихисап мәғлүмәттәр табырға була. Ул ғөләмәләр (ғалимдар мәғәнәһендә- Л.Ҡ.) барыһы ла ислам милләтенән. Ғалимдарыбыҙға эш етәрлек.
(С.Иҫәнов яҙмаларына ҡайтабыҙ):