Четверг, 28.03.2024, 11:22

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

АУЫҘ-ТЕЛ ИЖАДЫ. ДИН

Башҡорттарҙың үҙ телендә китаптары булмаған. Шунлыҡтан үҙ заманында тел оҫталары – сәсәндәр булған. Шул сәсәндәр бик оҫта һәм матур итеп, киләсәк тормош өсөн һәм үҙе йәшәгән осорға яраҡлы итеп, ҡайһы бер хыялдар менән бәйле булған ҡарый һүҙҙәр, әкиәттәр ижад иткәндәр. Мәҫәлән: Көслө кеше булыу, сәмреғошта осоп йөрөү, һыуға батмай ете диңгеҙ аша сығыу, дейеү-бәрейҙәр йомошап (йәнәһе, уларҙы эшкә ҡушып –Л.Ҡ.) һөйгән ҡыҙын алыҫ ерҙәрҙән алып ҡасыу, бөтмәҫ-төкәлмәҫ байлыҡта йәшәү, һарайҙар һалдырыу; шул уҡ ваҡытта, тылсымлы ашъяулыҡ йәйеп, ҡайһы ерҙә ашағыһы килгән ваҡытта ашап алыу хаҡында ла хыял иткәндәр. Шундай күп һандағы ҡарый һүҙҙәр һөйләү быуындан - быуынға, телдән – телгә күсеп (бер-береһенә-Л.Ҡ.) һөйләү арҡаһында, беҙҙең замандарға тиклем килеп еткәндәр. Шул уҡ ваҡытта, үҙҙәре йәшәгән ер-һыуҙарын, мөһабәт, ҙур-ҙур тауҙарын, аҫылҡоштарын, һөйгән йәрҙәрен ҡушып, моңло итеп, оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар йырлағандар. Ҡайһы бер ваҡытта, ҡайғылы моң-зар менән, үҙенең ҡайғы-хәсрәттәрен, тормош ауырлығын белдереп йырлағандар, түрәләр золомлоғон, уларҙың ярлы халыҡты бер ғәйепһеҙ һөргөнгә, Себергә ебәреүҙәрен, үҙҙәренең йырҙары менән халыҡҡа белдергәндәр, еткергәндәр. Халыҡтың сәсәндәре, тел оҫталары үҙҙәренең батыр кешеләрен маҡтап, зарлы итеп, моңло оҙон йырҙарын йырлаған. Бында тел оҫталары, кеше йыйылған ерҙә һәм ҡышҡы оҙон төндәрҙә, ҡарттар, әбейҙәр сыра яғып йәки сыуалға ут яғып, ай яҡтыһында ла ултырып, балаларға һәм (тыңларға – Л.Ҡ.) теләгән өлкән кешеләргә лә, әкиәт, ҡарый һүҙ һөйләй торған булғандар.

Шул уҡ ваҡытта, батша һәм байҙар фәҡир-фоҡараға көн итәргә ирек бирмәгән. Бына шунлыҡтан тел оҫталары, батшаның ҡомһоҙ түрәләренә, байҙарға нәфрәт менән ҡарый һүҙ, төрлө йырҙар һәм таҡмаҡтар ижад иткәндәр. Халыҡ ниндәй ҙә булһа ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡаза йәки һуғыштан яфа сикһә, уның йыр көйҙәре лә шул төрлө булғандар.

Был әкиәт, ҡарый һүҙ һөйләү беҙ бала саҡта ла бар ине әле. Ҡайһы–бер әбейҙәр бик матур итеп, мәскәй әбей, убырлы ҡарсыҡ тураһында һәм башҡа ҡарый һүҙ һөйләгәнен ишетеп ҡайтҡас, оҙаҡ йоҡлай алмай ята инек. Ҡарый һүҙҙә һөйләнгән мәскәй әбей, дейеү, бәрейҙән ҡурҡып, төндә яңғыҙ тышҡа сыҡмай торған инек.

Замандар үтә барған һайын, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары ла ваҡытына күрә үҙгәрә барған. Төрлө им-том итеүселәр, күрәҙәлек итеүселәр ҙә күбәйә башлай.

Батша, баярҙар, батшаның ҡомһоҙ түрәләре, ауыл байҙары, күк ялдар (мәғәнәһе билдәһеҙ – Л.Ҡ.), ярлы, наҙан халыҡты иҙеп яфалап интектергәндәр.

Башҡорт ерҙәренә алыҫ ғәрәп яҡтарынан сауҙәгәрҙәр килеп аралашып халыҡҡа Ислам динен тотоу хаҡында өгөт-нәсихәт таратып исламды ҡабул иттерәләр.Шунан һуң, бай, хәлле кешеләр, Ғәрәпстанға барып уҡып, мулла булып, үҙҙәренең наҙан халҡын, дин һәм шәриғәт йолаларына буйһондоралар. Китаптар алып ҡайтып, наҙан халыҡты уҡырға, яҙырға өйрәтәләр.

Алланан ҡурҡҡан кеше генә Ҡөрьәнсә йәшәргә, Хоҙай Тәғәлә тыйғандан тыйылып, Ул ҡушҡанды үтәп, йәһәннәм әһеле булыуҙан ҡасып йәшәй башлай. Ауылдарыбыҙҙа мәсеттәр, мәҙрәсәләр төҙөй башлайҙар. Мәсеттәрҙә намаҙ уҡыһалар, мәҙрәсәләрҙә дини ғилемдән башҡа донъяуи һөнәрҙәргә лә өйрәнәләр.

Шуға ҡарамаҫтан, байҙар яҡшы ерҙәргә хужа булып, ярлы-ябағаға яҡшы көн итергә көн бирмәгән. Бына ошо турала төрлө йырҙар һәм таҡмаҡтар ижад итеү халыҡта бар.

Ул әле лә шулай. Ниндәй генә ауырлыҡ булмаһын, халыҡтың сәнғәт оҫталығы артҡан. Ойоштора белгән, әүҙем кешеләр, ҙур халыҡ йыйындары йыйып күңел асҡандар. Был йыйындарҙа: көрәштәр, уҡ менән атыуҙар, ат сабыштырыуҙар, кеше йүгерттереүҙәр, оҫта бейеү, оҫта ҡурайсы, оҫта думбырасы, оҫта ҡумыҙсы, оҫта йыраусы һәм башҡа уйындар, бәйгеләр ойошторғандар.

Ошо күрһәтелгән уйындарҙа еңгән, беренсе урынға сыҡҡан төрлө Һөнәр эйәләренә ҙур бүләктәр биргәндәр. Шуның өсөн уйындар ҙа, беренселекте алырға тырышыусылар ҙа күп булған. Был ярыштарҙа беренселекте алғандарға ярлы йәки бай тип айырыу булмаған.

Бына ошо борондан килгән йола һәм ғөрөф-ғәҙәт беҙҙең заманғаса килеп етте. Хәҙер, яҙғы эштәр бөткәс Һабан туйы үткәреү ғәҙәти йолаға инеп килә. Һабан туйы үткәргәндә боронғо ата-бабаларының сығарған оҙон көйҙәрен йырлап, ҡайғы-хәсрәттәрен таратып, күңел асҡандар.

БЕР КӨРӘШ РИҮӘЙӘТЕ

Ошо заманга ҡараған Бер көрәш хаҡында риүәйәт бар, шуны ла яҙып ҡуяйым әле.

Борон заманда, Хәбей кантон ваҡытында, бер данлыҡлы, тыу бейәләрҙе урлап һуйып йөрөүсе ҡараҡ булған. Шул ҡараҡты фашлап, бер бай, кантонға, тыу бейәмде һуйған, тигән ялыуа (жалоба- Л.Ҡ.) бирә. Шунан, Хәбей кантон, ҡараҡты тоттороп, халыҡ алдында унан бейәне нисек һуйыуын һорай, шунда уҡ байҙан да һорашып, тегене, һуҡтырырға бойороҡ бирә. Тыу бейә урлап һуйып йөрөгән өсөн 25 розга (сыбыҡ-Л.Ҡ.) бирергә (һуҡтырырға-Л.Ҡ.) ҡуша. Халыҡ алдында 25 тал сыбығы алдырып, һәр-бер тал менән берәр мәртәбә һуҡтыра. Арҡаһынан ҡара ҡан ҡойолоп торған бының.

Шул ҡараҡты һуҡтырған йылда Хәбей кантон үҙен туйлау өсөн тирә-яҡтан кантондарҙы саҡыра. Бында көрәш, төрлө ярыш бәйгеләре ойошторола. Ләкин, көрәш ваҡытында Хәбей кантондың көрәшселәре еңеләләр. Шунан, Хәбей кантондың иҫенә төшөп, үҙе һуҡтырған ҡараҡты, ат ебәреп саҡырып алдырған. Ҡараҡ үҙ заманында бик көслө, бер үҙе бейә һуйып йөрөгән кеше булған.

Ул көрәш майҙанына сыҡҡас әйткән: “Минең менән көрәшкән кеше, тәүҙә мине күтәрһен, көслө булһа, ташлаһын. Ләкин мин уны күтәргәндә, һөйрәлмәһен һәм аяҡ та салмаһын. Шул шартҡа күнгән кеше менән генә көрәшәм”,– тип көрәшеп, икенсе кантондың иң көслө көрәшсеһен күтәреп ташлаған. Шул арала Хәбей кантон, үҙенең ебәк сапанын ҡараҡ арҡаһына яба. Сөнки ҡараҡтың һуғылған арҡаһы төҙәлеп етмәгән булған. Кантон, халыҡ арҡалағы ҡанды күрмәһен тип шулай эшләгән. Шунда уҡ, халыҡ йыйылған ерҙә, халыҡ алдында, кантон: “Һиңә рөхсәт итәм, көн дә бер тыу бейә һуйып аша, һиңә бер кем теймәҫ”,– тип, иғлан иткән. Шул Хәбей кантон туй үткәргән урындағы, йәғни, хәҙерге Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡ совхозының Сосновка бүлексәһе янындағы бер күлде “Кантон күле” тип йөрөтәләр.