Четверг, 25.04.2024, 11:58

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

КОЛХОЗЛАШЫУ ОСОРО

Йомаштан, инде Яңы ауылға сығабыҙ, тип торғанда,1929 йылда колхозлашыу башланды. Бөтә ауыл, колхозға ағза булып инде. Яҡын-тирәләге ауылдар, айырым-айырым колхозға ойоштолар: Йомаштар - “Һаҡмар” колхозы, Ысмаҡайҙар -“Туры-ат” колхозы, Әбтекәйҙәр - “Сулпан” колхозы, Исламдар - “Осҡон” һәм Күректәр-“Бураҡай” колхозы булып ҡалалар. Был хәл 1930 йылда район үҙәгенән килгән вәкил тарафынан иғлан ителә. Беренсе колхозға ойошҡанда эш аттары, арба, сана, һабан, тырма, шулай уҡ айырым сапҡан бесән дә дөйөмләште. Ләкин тәү ойошҡан колхоз бик йомшаҡ, тәжрибәһеҙ булды. Эшләгән кеше менән эшләмәгән кеше айырылманы. Нәҡ коммунаға оҡшаны.

Йомашта 12 бригада ине. Һәр бригадала 50-60 эш аты ине. Шул аттар 60-70 көндә утын бесән ташый. Бер көн алда, утын йәки бесән алыуға ярник (ярлык, бирка мәғ. - Л.Ҡ.) бирелә. Ул ярникты Йәналин Шәрифулла бирә. Идаралыҡ, ул кеше колхозда эшләйме, юҡмы, уны белмәй. Эшләмәй генә өйҙә ятҡан кеше лә утын, бесән ала ине. Инде был эштең дөрөҫ ойошторолмауын хөкүмәт башында эшләүселәр ҙә аңланы. 1929 йылдың яҙында Сталин: ”Уңыштарҙан баш әйләнде” тигән рисалә (резолюция, хеҙмәт- Л.Ҡ.) яҙҙы. Шунан колхозды яңынан тәртипләп ойоштороп, мал һәм хужалыҡ кәрәктәрен дөйөмләштергәс, Ысмаҡай, Ислам, Күрек һәм Әбтекәй ауылдарын Йомашҡа ҡушып, ”Һаҡмар” исемле бер ҙур колхоз булдырылды.

Иң тәүге олхоз рәйесе итеп Аҡбулатов Ғәнейулла Ғиззәт улы һайланды. Райондан вәкил килеп, бөтә кешене өгөтләп, колхоз ағзаһы булырға өндәгәс, халыҡ яҙылды һәм ат, һыйыр малын дөйөмләштерҙеләр. Ғаиләһе ҙур кешенең ике һыйырын, ғаиләһе бәләкәй кешенең бер һыйырын ҡалдырып, шулай уҡ ваҡ малдың да артығын алып колхозға дөйөмләштерәләр. Ошо ваҡытта, бер Алсынбаев Абдрахман ҡарт колхоз ағзаһы булырға ризалашманы. Шулай булһа ла, колхоз уның ат, һыйырын алып, уның үҙенә айырым һалым түләтте. Ул 1954 йылда 92 йәшендә вафат булды. Кулактар синыф булараҡ бөтөрөлгәс, уларҙың да малын колхозға дөйөмләштерҙеләр. Беренсе мал дөйөмләштергәндә Таһиров Муса бик тырыш эшләне. Шуның өсөн уға ”Родинка” тигән ҡушамат исем бирҙеләр.

Колхоз тормошо

Ул ваҡытта дөйөмләшкән мал һаны: ат һәм йылҡы –1000 баш, һыйыр –150-160, ваҡ мал – 2000 башҡа етте.Ошо ойошторолған малды тәрбиәләү һәм һаҡлау эшенә колхозда бер кем иғтибар итмәне. Яҡшы, салт атты көн дә төрлө урынға егеп сабып, эҫеләй һыу эсереп, ҡорсой итеп һәм көсө етмәҫлек йөк тейәп, туҡмап, “кулак малы” тип йыртҡыстарса ҡарау, ҡамыт-збруйҙың йәпһеҙен ҡулланып, ат муйынын боҙоу арҡаһында, улар ябыҡлап, “шатун ауырыуы” (??) менән ауырып күпләп үлә башланылар.

1930 йылдар колхозда 80 ҡолонло бейә бәйләп, бесәндә эшләгән кешеләргә ҡымыҙ ебәрелә. Колхозда бер ҙә иҫәп-хисап тигән нәмә булмай. 12 бригадаға ла, аҙыҡты бер тигеҙ ебәреү, һәр көндә, бригада бер мискә ҡымыҙ алып, бесәндә бер ерҙә яҡын ятҡан бригадалар, бер-береһен саҡырышып, ҡымыҙ эсеп, бер ҙә бесән эшләмәгәндәр.

Бер ваҡыт колхоз идараһы Алсынбаев Суфыянды бесән иҫәпләргә сығара. Ләкин бригадалағы колхозсылар: ”Ошоға тиклем, ата-олаталар эшләгән эште хисапламағандар,– тип, Суфыянды баҫтырып ҡыуып ҡайтаралар. Шунан бирле, иҫәп-хисап булмаған. 1931 йыл яҙғыһын бесән бөтә, мал асыға башлай. Йылҡы малын Юлыҡ ауылының Түкән ҡыйығына ҡыуып ҡарайҙар. Юлда бик күп мал үлә.

Бына ошо колхоз эшен алып барыу юлын төшөнмәү, халыҡтың аңлап етмәүе, шулай уҡ кулактарҙың аяҡ салыуҙары арҡаһында, мал һаны бик күпкә кәмене. Йылҡы малы 1000 баштан 200-гә, һыйыр –160-тан 50-гә, ваҡ мал –2000-дән 1100-гә тороп ҡалды.

Ошо мал үлеүҙе тикшереү өсөн, райондан килеп йыйылыш ойоштороп, түбәндә исемдәре яҙылған кешеләрҙе хөкөмгә тарттырҙылар. Былар: колхоз рәйесе – Биктимеров Ғөбәй Һ., ҺТФ (Һөт-тауар фермаһы) мөдире Барлыбаев Рамаҙан, ОТФ (??) мөдире Йәналин Салих М. һәм баҫыу эштәре белгесе – баҫыусы Аҡбулатов Сафа Г. инеләр . Уларҙы өсәр йылға хөкөм итеп Белорет заводына эшкә ебәрҙеләр. Яҡшы эшләгәндәре өсөн, улар 8 айҙан ҡайтып килделәр. Ул ваҡытта ауыл Совете рәйесе булып эшләгән Ибраһимов Сабир һәм Ибраһимов Ситдиҡ, Мөхәммәтғәли Әхмәтов һәм Хөсәйен Әхмәтовтарҙы төндә үҙ өйҙәрендә ҡулға алдылар. Улар, шул китеүенән ҡайтманылар. Шул уҡ ваҡытта Килдеғошов Ҡотлоәхмәт тә бер йыл ярым йөрөп ҡайтты.

1931 йылдарҙа ҡайһы бер байҙар һәм уларҙың балалары колхозда эшләп йөрөйҙәр ине. Уларҙы ла, ғаиләләре менән икенсе өлкәгә ебәрҙеләр. Был, улар колхозға төрлө зыян эшләмәһендәр, үҙҙәре эшләп, эшкә күнекһендәр, тип шулай эшләнде.

“Һаҡмар” колхозының тәүге бригадирҙары

1. Ниғәмәтов Рамаҙан А.; 2. Баймурзин Шагимардан Л.; 3. Барлыбаев Рамаҙан А.; 4. Сәйғафаров Ғөбәйҙулла Д.; 5. Йәналин Шәрифулла Р.; 6. Иҫәнов Сафиулла Х.; 7. Юнысбаев Зәйнулла Р.; 8. Ғәлин Муса Д.; 9. Таһиров Муса Г.; 10. Ирмәков Ш.; 11. Теләүбирҙин Рәхмәт.; 12. Юнысбаев Яхъя.

Илебеҙҙең ҡанлы-шанлы тарихында Сталин золомо ҡатылығы һәм мәкерлелеге менән айырылып торҙо. Ошо йылдарҙа халҡыбыҙҙың алдынғы зыялыларына нахаҡтан бәлә яғылып, байтағы үлем хөкөмөнә дусар ителде, ә тере ҡалғандары яфа сигеп йәшәне.

Был мәхшәр беҙҙең колхоз кешеләрен дә ситләп уҙманы. Улар тураһында иҫтәлектәр балалары, ауылдаштары күңелендә ҡайғылы хәтирә булып урын алды.

С.Иҫәнов:

Иген сәсә башлау. Етешһеҙлектәр

1931 йылдарҙа колхозға зыян эшләгән кешеләр ҙә булдылар. Колхоздың тирмәнен яндырҙылар, ер һөргән аттарҙы ағыулап үлтереп, һабандарҙы урлап, йәшереп, ватып, ҡамыт-сбруйҙарҙы ҡырҡҡылап киткәндәр тураһында хәбәрҙәр әленән - әле ҡабатланып, ишетелеп торҙолар. Яман уйҙа булған кешеләрҙән колхоз таҙартылғас 1931-1935 йылдарға ҡәҙәр, хужалыҡ 350-400 га иген сәсте. Ер ат һәм үгеҙ көсө менән һөрөлдө. Уны эшкәртеү бик насар ҡорола һәм ойошторола.

10 - 12 см тәрәнлектә, арала йөй (һөрөлмәгән юлаҡ- Л.Ҡ.) ҡалдырып һөрөү арҡаһында, иген сәскән ерҙе ҡый үләне, бигерәк тә аҡтамыр баҫа ине. Иген уңышы һәр гектарҙан 5-6 центнер ғына алынһа, шуның күбеһе, ҡый үләне (сүп үләне- Л.Ҡ.) –ҡырлыҡ, ҡара һоло орлоғо булды. Хөкүмәткә 1000-1100 центнер тапшырһа ла, колхоз үҙенә орлоҡ та ҡалдыра алманы. Орлоҡто яҙ, ҡалыр (??) санала, ҙур ҡыйынлыҡ менән станциянан алып киләләр. Малға фураж булманы. Колхозсыларға хеҙмәт көнөнә 400-500 грамм бүлеп бирелә ине. Ҡайһы бер йылдарҙа 100-200 грамм да булды. Аҡсалата төшөм дә аҙ булды.

Колхозсыға хеҙмәт көнөнә 20-25 тиндән артыҡ бүленмәне. Күпселек кеше колхозға үҙҙәре түләүле булып ҡалды. Ауыл хужалығы ҡоралы, ҡорамалы етешмәй. Арба, сана, ҡамыт-сбруйҙарҙы табыуы ҡыйын. Колхоздың аҡсаһы, арҡан, дегет һатып алыуға ла етмәне. Ошо хәлде белһәләр ҙә, колхоз етәкселәре, кәрәк-яраҡ алып килгәндә, 10 һумға алған нәмәне, 30-40 һумға алған итеп, акт төҙөп, колхоз аҡсаһын үҙләштергән осраҡтар күп булды.

Техника һәм тәүгеләребеҙ

1936 йылда, МТС аша колхозға ХТЗ тракторҙары килде. Ул тракторҙарҙың эшләгән эше өсөн колхоз хөкүмәткә әйберләтә түләне. Быны, натураплата, тип атап йөрөтә торғайнылар.

Тракторҙар менән Сыбай – ҡайын, Ҡаҙна-түбә, тигән ерҙә сиҙәмде һөрөп, иген сәселде.

Түбәндә, иң беренсе тракторсыларыбыҙҙың исемлеген яҙам. Бына улар:Юлдашев Айытбай Ф.; Биктимеров Закир Х.; Әбүбәкиров Айса Б.; Тойғонов Нурислам Ф.; Тойғонов Нуритдин Ф.; Ярҡынбаев Шәрифйән Р.

Механизатор ҡыҙҙарыбыҙ:

Аҡбулатова Һәҙиә Р.; Күсәрбаева Сәғирә К.; Ғәлина Ғилмиямал Мырҙағариф ҡыҙы, һәм Биктимерова Маһикамал М.

Трактор менән ерҙе тәрәнерәк һөрөп, яҡшыраҡ тырматып сәскәс, әҙерәк иген үҫеү яҡшырҙы. Сәсеү майҙаны ла артты. Колхоз 800-900 га. иген сәсеп, һәр гектар ерҙән 7-8 центнер уңыш алды. Колхоз хеҙмәт көнөнә 1,5-2,0 кг. иген бирҙе, аҡсалата ла 70-80 тин бүлде.

 

1937-1938 йылдар, колхозға МТС аша “Коммунар” комбайндары ла килә башланы.Колхоздың иң беренсе комбайнсыһы Таһиров Муса Ғ. булды.

Шул уҡ ваҡытта, иген - урғыс (лобогрейка-Р.А.) менән сабып, баҫылмаған (һуғылмаған- Л.Ҡ.) игенде ҡышҡылыҡҡа эҫкерткә һалдылар. Ә инде ҡыш етһә, игенде эҫкерттән-эҫкерткә үгеҙ менән комбайн һөйрәтеп баҫа ине. Иген ҡыш баҫылғас, күп тәләф (әрәм- Л.Ҡ.) була ине.

Унан алда, ашлыҡ һуҡҡыс (молотилка- Л.Ҡ.) һәм ҡушма ашлыҡ һуҡҡыс менән һуғып, ҡул менән елгәреп, йәки ҡул менән өйрөлдөрөп, елгәргес (веялка- Л.Ҡ.) менән елгәрә инеләр. Иген сәсеп, эш итеп алыу бик ауыр эштәрҙән һаналды.

1938-1939 йылдар МТС аша колхозға “Нәтей” тракторҙары килә башланы. Ул көслө тракторҙар килгәс, колхозда эш бөтөнләй үҙгәрҙе. Ерҙе тәрән һөрөү һәм эш сифаты яҡшырҙы. Сәсеү майҙаны ла артты. Хәҙер 1400-1500 га ергә иген сәселә. Уңыш алыу, һәр-бер гектарҙан 10-11 центнер тәшкил итте. Хөкүмәткә иген тапшырыу ҙа 2000-2500 центнерға етте. Ул иген, ат һәм үгеҙ менән Баймаҡҡа ташылды. Колхоз әҙләп үҙендә орлоҡ һала башланы. Шулай уҡ колхозсыға, хеҙмәт көнөнә 2,5-3,0 кг бүлде. Аҡсалата төшөм дә артты. Колхоз хеҙмәт көнөнә 1,20-1,25 һум бүлде.

Шул уҡ ваҡытта, мал һаны ла арта барҙы. Ләкин малдан һөҙөмтә алыу түбән булды. Колхоздың дөйөмләшкән малдан төшөм алыуы һәм күп һөҙөмтә алыуы хаҡында хөкүмәт ҙур талап ҡуйманы. Шуға ла урындағы етәкселәр эште үҙ ағышына ҡуйҙылар. Ул ваҡытта хөкүмәт колхозсыларзан: ит, май, йомортҡа, йөн һәм тире йыйып ала ине. Иҫәп-хисап һәм ныҡлы талап булмауҙан файҙаланып, ферма мөдирҙәре малдан килгән ит, һөт һәм майҙы үҙҙәренә үҙләштерҙеләр, шулай уҡ, әрәм-шәрәм иттеләр. Малдар өсөн ҡура етешмәне, булғандары ла талапҡа ярашлы түгелдәр. Малға бесән, һалам ғына ашатыла. Силос та аҙ, булһа ла, сифаты түбән, насар булды. Яҡшы тәрбиә булмағанлыҡтан, мал күпләп үлде.

Колхозда транспорт булманы. Төрлө эште башҡарыу өсөн, 65-ләп үгеҙҙе ектеләр. Беренселәрҙән булып колхоз 1,5 тонналыҡ автомашина алды. Колхоздың тәүге йөрөтөүсеһе Назаров Мөхөтдин Хәйретдин улы булды. Икенсеһе, Мырҙаҡай ауылынан Шәрипов Ғәниәт ине.

Шатлығыбыҙ оҙаҡҡа барманы, 1939 йыл фин һуғышына йөрөтөүсеһе менән алынып, ул машина шунда ҡалды.