Четверг, 25.04.2024, 02:27

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

ҺУҒЫШ БАШЛАНДЫ

Колхозда иҫәп-хисап эше юлға һалынды, техника ла арта барҙы. Ул техника менән эш иткән белгестәр ҙә, яйлап булһа ла арта барҙы. Малға тейешле тәрбиә һәм ҡараш та ыңғайға үҙгәрҙе. Халыҡҡа, эшләгән эше өсөн түләү яҡшырҙы. Колхозсы үҙ эшенә төшөндө. Инде, халыҡ, колхозды алға алып барабыҙ, тип торған ваҡытта,1941 йыл Гитлер Германияһы мәкерле һуғыш башланы. Халыҡҡа ҙур ҡайғы килеп тыуҙы.Ең һыҙғанып эшләп йөрөгән иң көслө ирҙәр һуғышҡа киттеләр. Ауылда ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро тороп ҡалды. Колхоздың эшен алып барыу, шулар өҫтөндә. Сәсеү майҙаны кәмей, эш сифаты насарлаша. Иген ерҙәрен ҡый үләне һәм ҡара һоло баҫа. Уңыш та аҙ алына. Ат, үгеҙ һәм һыйыр егеп, ер һөрөү башлана. Сбруй, йүкә һәм ағас, уныһы боҙолһа, йүнәтеп биреүсе етешмәй. Ҡатын-ҡыҙ үҙе төҙәтеп ала алмай. Ҡатын-ҡыҙ бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғығаса колхоз эшендә булған. Өҫ-башы насар, ас, яланғас эшләгәндәр улар. Әйтергә кәрәк, колхозда хужа булған кешеләр, бик тә насар холоҡта булғандар. Ҡарт-ҡороно туҡмап, ҡатын- ҡыҙҙы әрләп, ҡурҡытып, рәнйетеп эшләткәндәр.

Ошо ваҡытта, Барлыбаев А.Р. һәм Уйылданов Муса Ҡ., уның урынбаҫары Байбулатов Ғәтиәттәр, колхоз малын әрәм-шәрәм итеп, хатта Магнитҡа алып барып, һатып та йөрөгәндәр. Улар, ошо дәүерҙә, ҡатын-ҡыҙ һәм ҡарт-ҡороға батша булып, үҙҙәре туҡ йәшәгәндәр. Ул кешеләр, хәҙер икеһелә донъя ҡуйҙылар.

Беренсе Бөтә донъя һуғышында Йомаштан 4 кеше ауылға кире ҡайтмаһалар, икенсе Бөтә донъя һуғышында 83 кеше, шул уҡ ваҡытта, һуғыш арҡаһында һаулығын юғалтып ҡайтып үлеүселәр 10 кеше булды.

Р.Абдрахманов:

Йомаш һәм уға ҡушылған Исмаҡайға ҡайтҡан яугирҙәр

  1. Абдрахманов Х.Ш.
  2. Айытҡолов С.Я.
  3. Аҡбулатов А.Г.
  4. Аҡбулатов А.С.
  5. Аҡбулатов Г.Г.
  6. Акбулатов З.С.
  7. Алсынбаев Г.
  8. Алсынбаев З. А.
  9. Алсынбаев К. З.
  10. Алсынбаев М.И.
  11. Алсынбаев Р. И.
  12. Алсынбаев С. И.
  13. Алсынбаев Х. К.
  14. Алсынбаев Х.И.
  15. Алсынбаев Ш.А.
  16. Байегетов А.С.
  17. Байегетов Г.А.
  18. Байегетов З.Г.
  19. Байегетов М.С.
  20. Баймурзин М.Ш.
  21. Барлыбаев А.Р.
  22. Барлыбаев Ф.Х.
  23. Биктимеров А.Ф.
  24. Биктимеров Г.Х.
  25. Биктимеров И.С.
  26. Биктимеров И.Х.
  27. Биктимеров К.Х.
  28. Биктимеров Р.С.
  29. Биктимеров С.Х.
  30. Биктимеров У.Х.
  31. Биктимеров Х.Ф.
  32. Бирҙебәков З.
  33. Ғәлин А.М.
  34. Ғәлин Д.М.
  35. Ғәлин М.А.
  36. Әлибаев Ә.Ғ.
  37. Әлибаев М.
  38. Әхмәтов Б.М.
  39. Әхмәтов И.Г.
  40. Ибраһимов Н.Г.
  41. Ирмәков Г.Ш.
  42. Иҫәнов И.Я.
  43. Иҫәнов И.Я.
  44. Иҫәнов С.Х.
  45. Йәналин А.С.
  46. Йәналин М.С.
  47. Йәналин У.Х.
  48. Йәналин Ф.Х.
  49. Йәноҙаҡов Р.
  50. Йомашев М.А.
  51. Йомашев Ф.И.
  52. Килдеғошов Д.М.
  53. Килдеғошов Д.М.
  54. Килдеғошов М.М.
  55. Мөхәмәтдинов Н.М.
  56. Һағынбаев Г.
  57. Һунаршин Н.С.
  58. Рәхимов М.Н.
  59. Рәхимов Н.Н.
  60. Рәхмәтуллин В.Б.
  61. Саникин А.А.
  62. Саникин Р.А.
  63. Сәетгәрәев З.Н.
  64. Солтангәрәев Х.К.
  65. Теүәнәев М.С.
  66. Хәсәнов Г.А.
  67. Юлаев З.Ш.
  68. Юлаев Ш.Г.
  69. Юлдашев А.Ф
  70. Юлдашев З.Г.
  71. Юнысбаев А.М.
  72. Юнысбаев Г.Р.
  73. Юнысбаев И.М.
  74. Юнысбаев И.М.
  75. Юнысбаев С.Х.
  76. Юнысбаев Ф.Х.
  77. Юнысбаев Х.К.
  78. Юнысбаев Ш.Р.
  79. Юнысбаев Ю.С.
  80. Юнысбаев Я.С.
  81. Ярҡынбаев Р.С.
  82. Ярҡынбаев Х.Г.
  83. Ярҡынбаев Х.С.
  84. Ярҡынбаев Ш.Р.

Ислам ауылына ҡайтҡан яугирҙәр

1) Иманов Ф.Ш.

2) Ишҡыуатов А.Б.

3) Ҡайыпов З.Ш.

4) Райманов А.Х.

5) Райманов Г.Ш.

6) Таһиров М.Г.

7) Тойғонов Н.Ф.

2007 йылдың 21 ноябрь көнө...

Йомаш ауылының данлыҡлы яугире, Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында батырлыҡтар күрһәтеп Дан ордендарының тулы кавалеры булған Әҙеһәм Әлибаев исемен йөрөткән мәктәбенең ”Башланғыс хәрби әҙерлек” дәресе уҡытыусыһы, һаҡлыҡтағы капитан Йәналин Йәғәфәр Әмир улы менән һөйләшеп, иҫән-һау яугирҙәр күпме ҡалғанын һорашҡас, ул: ”Ии хәҙрәт, улар барыһы ла вафат булып бөттөләр, бер Саникин Әхмәтйән ағай ғына иҫән-һау йөрөй”, – тине.

Аллаһы Тәғәлә һәммәһенең дә гөнаһтарын кисереп, нурлы ҡәберҙәрҙә ятыуҙарын, йәннәт әһелдәре булыуҙарын һорап, иҫәндәргә сәләмәтлек теләп, уларҙы һәр саҡ иҫкә алайыҡ, доға ҡылайыҡ?!

Мәрхүмдәргә ҡуйылған һәйкәл.

Һуғыштан ҡайта алманған яугирҙәр

Йомаш ауылынан

1) Агишев Сәлих Ф. 2) Агишев Мөхтәр С. 3) Аҡбулатов Ғөбәйҙулла Г. 4) Аҡбулатов Лотфулла Р. 5) Аҡбулатов Ғарифулла. 6) Аҡбулатов Ноғман Н.7) Аликбаев Миңлебай М. 8) Аликбаев Вәлиулла Р. 9) Алсынбаев Әхмәтғәли М. 10) Байегетов Сөләймән Ф. 11) Байегетов Солтанәхмәт Ш. 12) Байегетов Файзулла Г. 13) Байегетов Исмағил С. 14) Баймурзин Мотаһар Ш. 15) Барлыбаев Рамаҙан А. 16) Барлыбаев Ҡаһарман Х. 17) Барлыбаев Миңлеғәли Р. 18) Барлыбаев Нәүшируан Х. 19) Бирҙебәков Хужахмәт Г. 20) Иҫәнов Абдулла С. 21) Ишмурзин Шаһиғәли Г. 22) Йомашев Һаҙый Ф. 23) Йомашев Миңлеғәли И. 24) Йомашев Фазылғаян. 25) Йәналин Әкрәм М. 26) Йәналин Хәбир Х. 27) Йәналин Салих М. 28) Йәғәфәров Нуретдин М. 29) Килдеғошов Миңлебай М. 30) Килдеғошов Ҡотлоәхмәт М. 31) Килдеғошов Сөләймән А. 32) Килдеғошов Хәлфетдин А. 33) Килдеғошов Имам А. 34) Мөхәмәтдинов Мөхәрләм М. 35) Ниғәмәтов Аллабирҙе. 36) Ниғәмәтов Сәлимгәрәй Х. 37) Рәхмәтуллин Абдрахман С. 38) Рәхмәтуллин Фәтхулла А. 39) Рәхмәтуллин Әхәт С. 40) Сәетғәфәров Ғүмәр Д. 41) Сәетғәфәров Ханнан Т. 42) Теүәлбаев Ҡотлоәхмәт К. 43) Теүәлбаев Нуретдин К. 44) Әбүбәкиров Айса Б. 45)Әбүбәкиров Ҡаһарман. 46) Әбүбәкиров Мораҙым С. 47) Әлибаев Әхмәт М. 48) Әхмәтов Йосоп С. 49) Әхмәтов Әнүәр Х. 50) Юнысбаев Мотаһар С. 51) Юнысбаев Халиҡ К. 52) Юнысбаев Әҙеһәм А. 53) Юнысбаев Ноғман А. 54) Юнысбаев Халиҡ С. 55) Юнысбаев Усман З. 56) Юнысбаев Зәйнулла Р. 57) Юнысбаев Вәлиулла Х. 58) Юнысбаев Хөснитдин Х. 59) Шәрипов Сибәғәт Н. 60) Ярҡынбаев Ноғман А. 61) Ярҡынбаев Ғизаметдин С. 62) Ярҡынбаев Исхаҡ Х. 63) Ярҡынбаев Шәһәрғәзиз.

Был мәғлүмәттәр ауыл һәйкәленән алынды.

Исмаҡай ауылынан

1) Айытҡужин Ильяс Я. 2) Байсыуаҡов Барый З. 3) Байсыуаҡов Хөснөтдин Х. 4) Байсыуаҡов Борхан З. 5) Биктимеров Зиннәт Х. 6) Биктимеров Хәлфитдин Ф. 7) Биктимеров Сәлимгәрәй М. 8) Биктимеров Муса К. 9) Биктимеров Зәкир Х. 10) Биктимеров Ҡорманғәли З. 11) Биктимеров Ниғәмәт М. 12) Ғәлин Миңләхмәт З. 13) Исламғолов Ғиззәт. 14) Исламғолов Миңлеғәли. 15) Саникин Әбделҡадир А. 16) Саникин Хәмитйән.17) Һағынбаев Дәүләтша А. 18) Һунаршин Хәбир З. 19) Һунаршин Шаһибал А. 20) Әхмәтов Тимербай Г.

Ислам ауылынан

1) Иманов Хәйрулла Ә. 2) Иманов Хәйретдин Ә. 3) Иманов Шәйхетдин Ә. 4) Иманов Нуритдин Ә. 5) Иманов Шәрифйән. 6) Иманов Ғилмитдин.7) Ишҡыуатов Дәүләтша Я. 8) Йәнитов Сәмиғулла Х.9) Райманов Ғөбәйҙулла Х. 10) Райманов Сөләймән Х. 11) Райманов Йәноҙаҡ К. 12) Райманов Зәйнитдин С. 13) Райманов Йосоп Х. 14) Райманов Яхъя Х. 15) Тойғонов Заһит М. 16) Тойғонов Дәлхә М. 17) Тойғонов Әхмәтйән К. 18) Тойғонов Сәхиулла К.

Былар Ватан өсөн тәнен, йәнен йәлләмәйенсә тыуған ерҙәренән алыҫта һуғыш яланында ятып ҡалдылар, гүр эйәһе булдылар. Уларҙы һис кенә лә онотмайыҡ, Аллаһы Тәғәләнән һорап доға ҡылайыҡ, ҡәбер ғазаптарын Ҡөрьән уҡып, бағышлап еңеләйтәйек! Шатланып ятһындар мәрхүмдәребеҙ. Беҙҙең һымаҡ улар ҙа йылы һүҙ өмөт итеп, доғаларыбыҙҙы көтөп яталар. Изге эштәрен, игелектәрен һөйләһәк, улар шатланырҙар. Һөйләмәһәк, хәйер ҙә бирмәһәк – ғәрләнерҙәр, зарланырҙар. Мәрхүмдәребеҙҙе ҡыуандырып Хаҡ Тәғәләбеҙҙең ризалығына лайыҡ булайыҡ.

Юнысбаев Халиктың батырлығы

1944 йылдың 16 октябрьндә 300-се артиллерия полкының командиры хәрби документа ошо юлдарҙы яҙа: "Батарея тоҫҡаусыhы ефрейтор Юнысбаев, 3 немец танкы hөжүме барышында, көслө ут аҫтында булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең орудиеhынан алда барыусы дошман танкына ут аса hәм уны яндыра. Дошман атҡан ярсыҡлы снаряд шартлауынан яралана, ләкин дошманды утҡа тотоуын дауам итә. Дошман снарядының орудиеға тура тейеүенән, хәрби постын ташламай Литвалағы Добши ауылы янында 12.10.1944 батырҙарса hәләк була. Курhәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан hуғышы орденына лайыҡлы." Оборона министрлығының үҙәк архивы, фонд: 33, опись: 690155, берәмек: 4476. Тағы