Пятница, 29.03.2024, 13:32

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

ҠЫТЛЫҠ ЙЫЛДАРЫ

Ярлы халыҡты ҡоролоҡ йылдарындағы аслыҡ та бөлдөргән. Иң ауыр аслыҡ йылдары 1891, 1921 йылдарҙа булды. 1891, 1911, 1921, 1933 һәм 1947 йылдарҙағы аслыҡта ярлы халыҡ ҡыу һөйәк ҡайнатып эсеп ҡараған, эт, бесәйҙе, мал сыуынын (мал быҙаулағас (бәрәнләгәс, ҡолонлағас) сыҡҡан тышсаны.- Л.Ҡ.), хатта кеше ашауға тиклем барып еткән. Кешене кеше ашаған осраҡтар Алғаҙы һәм Йәрмөхәммәт ауылдарында булды. Ул кешеләрҙе тотоп, ғәиләләре менән сығарып аттылар. Ошонан файҙаланып, байҙар, ярлы халыҡтың өй һәм йорт ҡаралтыһын һөт, ҡатыҡҡа, ҡоротҡа алмаштырып алды.

Байҙар ул йылдарҙа ҡапҡаларын бикләп, ярлыны һәм хәйер һорап йөрөүсе кешеләрҙе индермәне. Улар ярлы халыҡтың аҙ ғына ғәйебе өсөн дә, йәки бер ғәйебе булмаһа ла туҡмап үлтерҙеләр. Миҫал өсөн ошоларҙы күрһәтеп үтергә булыр.

Йомашев Шәкирйән Хаммат улын, башмаҡ урлаған тип туҡмап, тере көйө ат ҡойороғона тағып, һөйрәтеп әпкитеп (алып китеп- Л.Ҡ.) зыяратҡа күмделәр.

Ярҡынбаев Фазылитдин Солтан улын, бер туған ағаһы Мырҙағариф Солтан улы, һарыҡ бәрәсемде һуйып ашаған тип, туҡмап үлтерҙе.

Башҡаларын яҙып тормайым, 11-12 кешене шулай туҡмап үлтерҙеләр. Ул йылдарҙа байҙар, ауылға милисийә (милиция- Л.Ҡ.) һайлап, шуларға ит ашатып ҡотортоп, ярлыны үлтертеп бөтөп, үҙҙәре генә иркен йәшәргә уйланылар. Тағы бер ҡырыулыҡ ярлы ҡалды, тип йөрөгәндәр улар аҙаҡ. Аслыҡтан хәйер һорап йөрөгән ят кешеләр менән бергә һанаһаң,, көн дә 10-15 кеше үлде. Уларҙы бер урынға йыйып 50-60 кеше булғас, утын шикелле санаға тейәп, башлаш-аяҡлаш (береһенең баш яғына икенсеһенең аяғын терәтеп һалып - Л.Ҡ.) бер соҡорға күмделәр. Ошо 1921 ҡытлыҡ йылында (бер генә йыл эсендә- Л.Ҡ.) 53 өйҙән 182 кеше йотлоҡтан үлде.