Среда, 24.04.2024, 10:41

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

АҠ БАТШАНЫ ҠОЛАТҠАС

Батша хөкүмәте ярлы халыҡтың мәнфәғәтен күҙәтмәне, байҙарҙы яҡланы. Ярлы халыҡ ярлы булып ҡалды.Уға яҡшы йәшәргә ирек бирелмәне. Байҙарҙың тормошон яҡлап килгән батша хөкүмәтен ҡолатыу кәрәк ине. 1917 йыл, Аҡ батшаны ҡолатыу һәм ваҡытлы хөкүмәт төҙөү йылы.

Ләкин, батшаны алып ташлағас та, уның урынына ваҡ буржуа хөкүмәте ултырҙы. Ваҡытлы хөкүмәт тә ярлы халыҡҡа, бер төрлө лә ярҙам итмәне. Боронғо батша юлынан эш алып барҙы. Шунлыҡтан, ул ваҡытлы хөкүмәтте ҡолатып, уның урынына ярлы һәм эшсе халыҡтың мәнфәғәтен күҙәткән Совет власы төҙөү өсөн көрәш башланды.

Совет власы төҙөлдө, ләкин тыныс тормош ҡороуға ирек бирелмәне. Граждандар һуғышы башланды. Батша генералдары: Колчак, Врангель, Юденич, Деникин һәм Дутовтар йәш Совет власына һөжүм иттеләр. Сит ил капиталистары, Антанта ярҙамында, Совет власын быуып ташламаҡ булдылар. Совет хөкүмәте ҡурҡыныс аҫтында тороп ҡалды. В.И. Лениндың саҡырыуы буйынса, эшсе, крәҫтиән һәм урта хәллеләр бергә ойошоп, яуыз дошманға һөжүм башланды. Был Граждандар һуғышы 1920 йыл аҙаҡтарына ҡәҙәр дауам итте. 1914 йылдан башлап, 1920 йылға тиклем барған ҡаты һуғыштарҙан һуң сәсеүлек майҙаны кәмене, завод-фабрикалар емерелеп, уларҙан диуарҙар ғына тороп ҡалды. Мал һаны ла ҡырҡа кәмене. Хужалыҡҡа кәрәк-яраҡтар етешмәй. Халыҡ ас-яланғас. Булған игенде һәм тауарҙы байҙар һәм кулактар ергә күмеп бөттөләр.

Был өҙлөктөң килеп сығыуына берҙән һуғыш сәбәп булһа, икенсенән ҡанундар урынлашып етмәүҙән файҙаланып, көслөләр көсө еткәндең малын талап йәки урлап алып китеүҙән илдә һаҡлам (запас- Л.Ҡ.) бөттө.

Граждандар һуғышы йылдары барышында, беҙҙең Йомаштан беренселәрҙән Ҡыҙыл Армияға ҡыҙыл гвардеецтар булып: Әбүбәкиров Абдулла Харис улы һәм Иҫәнов Заһритдин Хажиморат улы яҙылдылар. Заһритдины йәштән урыҫ байҙарына хеҙмәт иткәнлектән, урыҫса яҡшы белә ине. Ул 1919 йылда уҡ Петроградта коммунистар партияһына инә. Ул ваҡытта ауылда ныҡлы тәртип булмағанлыҡтан, кире Петроградҡа китте һәм ҡабат шунан ҡайтманы.

1919 йыл аҡ казактар ҡасҡанда Йомаш ауылынан түбәндәге    исемдәре әйтелгән йәштәрҙе ҡайҙа етте шунан йыйып алып киттеләр. Шуларҙан кире әйләнеп ҡайта алманылар: Килдеғошов Салих А., Әбүбәкиров Абдулла Х., Алсынбаев Ҡаһарман А., Алсынбаев Йомағужа С., Барлыбаев Аллабирҙе К., Аҡбулатов Ҡотлоәхмәт Ғ., Рәхмәтуллин Ғиниәтулла М., Ниғәмәтов Ҡотлоәхмәт Ғ., Ниғәмәтов Рамаҙан И., Ниғәмәтов Мостафа И., Әбүбәкиров Мөхәммәтғәле Р., Ибраһимов Хәкимйән Ғ., Барлыбаев Шөғәеп Х., Йомашов Маллыбай Ғ., һәм Баййегетов Әюп Ф..

Аҡ казактарҙан ҡасып ҡайта алдылар: Алсынбаев Шәйхислам А., Сәйетғафаров Ғөбәйдулла Д. һәм Агишев Салих Ф.

Аҡтар алып киткәндән, Ҡытайға ҡәҙәр барып, 1922 йылда ҡайта алды: Солтангәрәев Хәкимйән К.

Граждандар һуғышы барған ваҡытта төрлө аңлашмаусылыҡтан һәм ныҡлы ҡанун булмағанлыҡтан, ҡайһы бер кешеләр аҡтарҙа йәки ҡыҙылдарҙа ылауҙа йөрөгәндә, шулай уҡ, бандала йөрөп, үлеп ҡалыусылар: Солтангәрәев Абдулғалим К., Кәлимуллин Әбүбәкир, Йәналин Шәйхислам Я., Йәналин Ҡәнзәфәр З., Йәналин Муса К., Ярҡынбаев Динислам Я., тағы бер Ярҡынбаев - исемен иҫләмәйем, Килдеғошов Әбүзәр К., Иҫәнов Суфиян Х., Мөхәмәтдинов Бәхтийәр М., һәм Алсынбаев Мотиғулла В.

ЙОТЛОҠ ЙЫЛДАРЫ

1919-1920 йылдарҙа төрлө йоғошло ауырыуҙар таралып: ҡара һарҡау (??), ваба ауырыуынан көн дә 7-8 кеше үлеп торҙо. Шул ваҡытта, гел ерле кешеләрҙән 65 кеше үлде. Шулай уҡ, күп йылдар һуғыш булыу сәбәпле ауылда һаҡлам бөттө. Шул уҡ йылдарҙа ҡоролоҡ булды, сәселгән иген ерҙәре ҡара ятып ҡалды.

Совет хөкүмәте тарафынан ныҡлап тәртип урынлаштырылмаған, бола ваҡыт ине. Шунан файҙаланып, ҡайһы бер көслө кешеләр, көсө еткәндәрҙе ҡурҡытып, малын талап тартып алып алып һәм урлап һуйыуҙан кешеләр асыға башланы. 1921 йыл ҡаты йот булды. Шул йылда Йомаштан, балалары менән 182 кеше үлде. 165 хужалыҡтан 53 хужалыҡ юҡҡа сыҡты.

ЕР ХӘЛДӘРЕ

Беҙҙең башҡорт халҡы, үҙенең еренән башҡа ергә сығып йөрөмәне. фәҡәт мал көтөп, малынан, ер-һыуынан айырылмай йәшәне. Шуға ла башҡа халыҡтар нисек йәшәүен күрмәне. Шунлыҡтан йәшәү рәүешен, тормош көтөү юлдарын аңламаны. Башҡорт ерендә башҡа төрлө милләт кешеләре йәшәмәгән. Урыҫса уҡый-яҙа белгән кешеләр күп ауылдарҙа булмаған. Йомашта урыҫса һөйләшә белгән кеше лә юҡ ине. Башҡорт араһында ХIX быуатта урыҫтар булһа бик аҙ ғына булған. Батша министры Столыпин ер реформаһы булдырып, ҡанун сығарып, ҡайҙа буш ятҡан, файҙаланмаған ерҙәрҙе һатырға, яҡшы ерҙәргә утарға сығырға (утарлап ултырырға- Л.Ҡ.), йәки ер аҫтында мәғдән (ҡаҙылма ер аҫты байлыҡтары – Л.Ҡ.) булған урындарҙы ҡуртымға бирергә мөмкин, тип рөхсәт итә. Ерһеҙ урыҫ, мордва, сыуаш халыҡтары 1908-1911 йылдарҙа башҡорт ерҙәренә ағылалар. Башҡорттар уларға яланда буш ятҡан ерҙәрҙе һаталар.

1910 йылда, француз капиталисына завод төҙөргә, ҡуртымға бөгөнгө Баймаҡ урынындағы ер һатып бирелә. Ул завод 1913 йылда эшләй башланы. Башҡорт ерҙәренән ер һатып алған урыҫ, мордва, сыуаш һәм башҡалар, утарҙар төҙөп ултыра башланылар. Утар һалыу бай кешеләргә генә кәрәк. Сөнки ярлы кешеләргә, бер ат, бер һыйыры өсөн утар һалып ултырыуҙың кәрәге лә юҡ ине. Бына был ер хаҡында яңы ҡанун сығарыу, батша һәм байҙар мәкере ине. Ошо ҡанун буйынса, ауылдағы байтаҡ байҙар яҡшы ерҙәрҙе һатып алып, утар һалып сыҡтылар. Шул ваҡытта Мәмбәт ауылы, Аҡморон ере һатылды. Алғазы, Ғәбделкәрим, Ҡыуат, Юлдыбай һәм башҡа ауылдар, ер һатып байығып ҡалдылар. Йомаш, Әптекәй, Ысмаҡай ауылдары ер һатманылар. Сөнки, 25 йыл буйына старшина булып торған Сәетғәфәров Һибәт һәм ауылдағы байҙар: ”Ер һатмағыҙ, ер үҙебеҙгә кәрәк!”, – тип һаттырмағандар.

Башҡа ауылдарҙың тел-тешле, күк-ял (??) булып йөрөгәндәре ер һатып, үҙҙәренә күп аҡса алып, өндәшмәгән ярлы- ябағаға, бер сирек сәй, бер ҡаҙаҡ шәкәр биргәндәр. Уҫалыраҡ ярлыға күберәк биреп, ҡалған ер аҡсаһын үҙҙәре бүлешеп алғандар, ашағандар.

Йомаш ярлылары һәм күк-ялдары ер һатмаһа ла, бер-нисә йылға сабынлыҡ өсөн, йәки, уртаҡ ер һөрөп биреүгә ваҡытлыса ер биргәндәр. Ләкин был эште лә, ярлы үҙе бирмәгән, баяғы тел-тешлеләр урыҫтарға һатып, аҡсаны үҙ кеҫәләренә һалғандар. Ярлыларҙың күбеһе белмәгән, әлеге ер һатып йөрөгән күк-ялдар, урыҫтарға барып, ерҙе икенсе кешегә һатам тип, ҡурҡытып, тағы өҫтәп, аҡса алып йөрөгәндәр. Шул күк-ялдарҙы урыҫтар, граждандар һуғышы ваҡытында, ҡайһыныһын атып, ҡайһы беренә ағыу эсереп үлтерҙеләр.

Мәҫәлән: Сыуаштар Йылым ауылында зыярат ҡаҙып торған 7 кешене бер юлы атып үлтереп киткәндәр. Сөнки, уларҙың да сыуаштарға зыяны тейгән булған.

Инде утар һалыуға килгәндә: Мәкәтин йылғаһы башына Сәйетғафаров Һибәт утар һала. Мәкәтин тамағына Сәйетғафаров Сәләх менән Хөснөтдин утар һалғандар. Һаҡмар аръяғына Юнысбаев Сәмселғариф, балалары менән утарлап, “хан” йәйләүендә ятҡандар.

Урыҫ халҡы беҙҙең араға килеп ултырғас, уларҙан күрмәксе беҙҙең ауыл һәм башҡа ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә, бигерәк тә ҡайһы бер ир балалары ишле, йәки эш аттары күп булған кешеләр, ағас эше эшләү өсөн, һәр ауыл үҙ ере тәңгәленә, утарға сығалар. Шул ваҡытта арба, сана эшләү, арҡан, ҡамыт, дуға бөгөү, өй бурау, ҡул бысҡыһы манән таҡта, тыранса бысыу; аттары күп һәм ҡул көсө ишле кешеләр, ағыҙыу өсөн һыу буйына ағас ташыу, юл йөрөп ағас һатыу өсөн кәсеп итеүгә Йомаштан – Йылым, Ҡарағайлы, Батҡаҡлы тигән ерҙәргә утар һалып айырылып сығалар. Шул уҡ ваҡытта, бесән үҫмәгән йылдарҙа, мал ҡышлатыу өсөн ваҡытлыса утарҙарға барып йәшәүселәр ҙә булған. Һәр ауылдың үҙ утары барлыҡҡа килгән: Әлемсат, Бөрйәнйылға, Ҡондош, Нейәҙғол, Арман, Күрек утары, Сыңғыҙ, Ямаш, Шүлкә һәм башҡалар. Утарҙарға күсеп сығыуҙың икенсе бер сәбәбе: халыҡ яйлап күбәйгәс, мал йөрөтөүгә, үрсетеүгә уңайлы урында кәсеп итеү өсөн урыны ла кәрәклектән шулай уйлап эшләнгән.

Риф Абдрахманов