Пятница, 29.03.2024, 02:46

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

БАЙҘАР ҺӘМ ЯРЛЫЛАР

Батша хөкүмәте хөкөм һөргән осорҙа, ул үҙенең эшен һәм бойороғон түбәндә күрһәтелгән юлдар менән алып барҙы. Губерня, уезд, волост, ауыл ерендә, сельский, сотник һәм десятниктар аша үҙенең эшен һәм әмерен үтәткән. Волосной һәм сельскийҙәр башҡорттарҙың үҙ кешеләренән һайланғандар. Башҡа ҙур: губернатор, земский кеүек түрәләр –урыҫтар.Ҡазый, урядниктәр ҙә башҡорттоң үҙ кешеләре булған. Волосной йәки старшиналар булып күп йылдар Сәйетғәфәров Һибәт С., ҡазый булып-Сәйетғәфәров Хөснөтдин С. эшләнеләр. Ауыл сельские булып эшләүселәр: Тойғонов Ҡаһарман С., Аҡбулатов Ниғәмәт Ф., Шәйәхмәтов Ғәнейулла һәм башҡалар.

Был түрә булып йөрөгән кешеләр барыһы ла байҙарҙан инеләр. Урядник булып эшләгән кеше, Ғәбсәләм ауылынан Хәмит исемле ине. Ул да күп йылдар эшләне. Әйтелгәндәр үҙҙәре бай булғас, һәр ваҡытта байҙарҙы яҡлайҙар ине. Ярлы халыҡтың мәнфәғәтен күҙәтмәнеләр. Улар 6 - 7 ҡатын алып, ярлы-ябағаны талап, үҙҙәре һаман байлыҡтарын арттырҙылар. Яҡшы ерҙәрҙе улар үҙҙәре биләнеләр, шулай уҡ байҙарға бирҙеләр.

Һалым түләүҙә лә тигеҙлек-ғәҙеллек булманы. Байҙар иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал көтһәләрҙә, ярлылар, бер ат, бер һыйыр көтһәләр ҙә һалымды йән башы иҫәбенән түләттеләр. Бай 5 йәнгә 3 һум һалым түләй икән, ярлы ла шул уҡ иҫәптән 3 һум түләй. Ерҙән бай күп файҙа күрә, сөнки уның малының һаны иҫәпләнмәй, ә ярлының иген сәсерлек ере юҡ. Бер аты, бер һыйырына аҙ ғына бесән саба. Ә һалым түләү бай менән бер тигеҙ. Ярлы өс һум аҡса табып түләй алмаһа, самауырын йәки берәй ауырыраҡ нәмәһен, урядник килеп алып китә. Әгәр ваҡытында түләп ала алмаһа, әлеге самауыр 1 һумға һатыла, ҡалған һалым аҡсаһын түләү өсөн, ярлы, йәй ваҡытында бесән эшләрмен тип, байға барып баш эйергә мәжбүр. Ул ваҡытта 3 һум бик ҙур аҡса булды ( шул аҡсаға бер башмаҡ Һатып алырға була ине).

Шулай итеп батша түрәләре һәм байҙар, ярлы халыҡҡа йәшәргә ирек бирмәнеләр. Байҙарҙың малы күп булғас, йәй көндәре мал ашатыу һәм үҙе саф һауала йәшәү өсөн, йәйләүгә сыға торғайнылар. Ярлы халыҡ малы булмаһа ла, бай артынан йәйләүгә сығар ине.

Байҙар кейеҙҙән эшләнгән, ҙур тирмә өй ҡороп йәйләйҙәр. Ярлы кешеләр ҡулдан ярған транса йәки ҡайын туҙынан, балаҫтан ҡыуыш ҡороп йәйләрҙәр ине.

Ярлылар йәйләүгә сыҡмаҫ ине, сельский һәм десятниктар мәжбүри ҡыуалар. Ауылда ятып, ут сығарып, ауылды яндырып ебәрәһегеҙ, яуап бирәһегеҙ, тип ҡурҡыталар. Йәйләүҙә ярлы халыҡҡа бер төрлө эш юҡ. Байҙың малын көтөп, ҡатыны, һыйыр һәм бейә һауышып, һөт, ҡатыҡ эсеп, байға буш эшләне. Ярлы, шуға ла ярлы булды ла инде, ә бай, һаман байыны ла байыны. Ярлы халыҡ, ике-өс өй бергәләп, ер һөрөп, иген сәсеп тә ҡараны. Яҡшы иген үҫеп, башы өлгөрөп килгәндә, баҫыуҙы байҙар мал ебәреп тапаттылар. Ярлы, игенен мал тапағас, ҡазыйға бара, ялыу бирә. Ҡазый иң тәүҙә ярлынан: ”Игенде ҡайһы ергә сәстең ?” –тип һорай. Ярлы иген сәскән ерен әйткәс, ҡазый: ”Ниңә мал йөрөй торған ергә иген сәстең, баш ҡаңғыртып йөрөмә”, – тип ҡыуып уҡ сығара. Ярлы аптырай, ҡабат иген дә сәсмәй, ҡул һелтәй.

Бер ярлы балаһы, һөйгән ҡыҙын алам, тип, байға эшләп, аҡса табып, инде ҡыҙҙы алам тигән ваҡытта, бай, ярлы алам тигән ҡыҙҙы, икенсеме, өсөнсөмө ҡатынлыҡҡа, теге ҡыҙҙың атаһына күп мал биреп ала ла ҡуя. Әгәр егет кеше ҡыйыуыраҡ булһа, ҡыҙҙы урлап алып китергә мәжбүр була. Ундай осраҡтар ҙа булғыланы. Һөйгән егете ала алмаһа, ҡыҙ үҙен-үҙе үлтереүгә, һыуға ташланыуға ла барып еткән.

Ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙ бер тигеҙ хоҡуҡта булманы. Ата-әсәһе үлеп, ҡалған малды бүлгәндә, йәки сабын бүлгәндә, ҡатын-ҡыҙ ярты өлөшкә өлөш ала ине.

Ҡоролоҡ йылдарына һаҡлыҡҡа тип, һәр йылда йән башына 10 ҡаҙаҡ бойҙай йыя инеләр. Шул йыйылған иген, мохтаж ғаиләләргә йот йылдарҙа ярҙам итеп бирелергә тейеш ине. Ләкин, һис бирмәһәләр ҙә, йәки дөрөҫ бирмәһәләр ҙә, байҙар, түрәләр үҙҙәре ашап, ярлыға бирҙек, тигәндәр. Был иген йыйыу 1917 йылға ҡәҙәр дауам итте. 1911 йыл иген уңманы, ондоң бото (1 ботта 16 кг – Л.Ҡ.) 3 һум булды. Өс һумға бер башмаҡ һатып алырға була, тип әйткәйнек инде. Кәсеп булмағас, ярлы халыҡ бик асыҡҡан, аслыҡтан үлгәндәр ҙә булған.

С. Иҫәнов:

БАЙҘАР ҺӘМ ЯРЛЫЛАР ТОРМОШО

Ауылдың халҡы 4 ҡатламға бүленде:

1) Малһыҙ батрактар;

2) Бер ат, ике-өс һыйырлы ярлылар;

3) Урта хәллеләр;

4) Байҙар.

Ауылда 150-160-өй булһа, шуның 15-20 өйөндә бай һәм урта хәлле кешеләр йәшәне. Шул кешеләр наҙан, ярлы халыҡты, төрлө юлдар менән алдап, яфалап, ғүмер буйы үҙҙәренә эшләргә мәжбүр иткәндәр. Ярлы халыҡ, байға эшләп уны байыҡтырып, үҙе ас-яланғас, бәләкәй генә өйҙәрҙә йәшәне. Өйҙөң баш ябыуы юҡ, ямғыр яуғанда, өй эсендә ҡыуыш ҡороп ултырҙы. Өйҙөң тәҙрәһе ҡарындыҡ булғанлыҡтан, эскә көн яҡтыһы төшмәй. Бай эшенән башҡаса кәсеп юҡ. Кәрәк-яраҡ нәмә алыуға аҡсаһы ла юҡ ине. Батрактар ғүмер буйы байҙа ялланып эшләнеләр. Ярлылар, ҡалған ваҡыттарында, ағас әҙерләп, ялан яҡтарына юл йөрөп кәсеп иттеләр. Улар, юл йөрөп, ағас һатҡан аҡсаларына, иген алып ҡайтып, күберәк икмәк ашанылар. Кейгән кейемдәре лә малдан: йөн, тиренән һәм киндерҙән, үҙҙәре иләп, эшкәртеп кейәләр ине. Иген сәсеү бик һирәк осрай торған шөғөл булды. Иген сәсмәгәс, икмәкте бик аҙ ашағандар. Ярлы халыҡта ҡыш ашарға һаҡлыҡтары булмағас, байға барып, көтәсәккә он йәки ит һорап ала. Ҡыш алған нәмә өсөн ярлы йәй буйына байға бесән сабырға, йәки бер-ике кәбән бесән әҙерләп бирергә мәжбүр ине. Шулай итеп, йәйҙең яҡшы ваҡытын байға эшләп уҙғара, ярлы. Яҡшы ерҙе байҙар алып, ярлы кешеләргә насар ер ҡала.

БАЙҘАР ҺӘМ УРТА ХӘЛЛЕЛӘР

Байҙар: Һибәт, Сәләх, Хөснөтдин Сәйғәфәровтар, Шәмселғариф Юнысбаев; Ғәбдрахман, Ниғәмәт, Шәрифулла, Нурфәез Аҡбулатовтар; Мәһәҙей, Камал Әхмәтовтар Һәм Сабит Алсынбаев.

Урта хәллеләр: Сөнәғәт һәм Дауыт Сәйғәфәровтар; Сөнәғәт Юнысбаев һәм Иҙрис Йомашев.

Ошо байҙарҙың йылҡы малдары 50 баштан 300 башҡа, һыйырҙары 100 баштан 150 башҡа, һарыҡтары 200 баштан 500 башҡа етә ине. Шул малдарға ашатыу өсөн, күп бесән кәрәк ине. Бай үҙе эшләмәне, бойороп ҡына йөрөнө, ә ҡышын-йәйен 4-5 хеҙмәтсене яллап эшләтте. Ә, урта хәлленең йылҡы малы 10-20, һыйыры 5-10, ә һарыҡтары 30-50 башҡа еттеләр. Өйҙәре ҡара-ҡаршылы, башы ябыулы булды. Мал өйҙәре лә бар ине. Ҡайһыларының таҡтанан ҡапҡаһы, таштан келәттәре лә булды. Малға бесән әҙерләгән ваҡытта бер хеҙмәтсене яллап эшләтеп, бүтән ваҡытта, үҙ хужалығын үҙе алып барҙы. Ҡалған 130-140 өйҙөң – берәр аты, бер-ике һыйыры, бик аҙ ғына кешеләрҙә 3-4 баш ваҡ малы бар ине. Халыҡтың төп кәсебе – малсылыҡ ине. Шунлыҡтан, ашаған-эскән ризығы ла, шул малдан алынған: һөт, ҡатыҡ, ҡорот, май, ит, эремсек, ҡаймаҡ һәм ҡымыҙ булды.

Бына ошо күрһәтелгән һандар менән сағыштырғанда, бөтә ауылда йәшәгән халыҡтың, бары тик 15 өйҙөң малы иң күбе ине. Улар ерҙән күп файҙаландылар, ә һалымды ярлылар менән бер үк түләнеләр. Бына ошо ғәҙелһеҙлек 1925 йылдарға ҡәҙәр дауам итте.