Четверг, 21.11.2024, 08:28

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

ХИКӘЙӘТ БАШЫ

Коммунистар партияһының Сибай ҡала комитеты китапханаһындағы китаптар үҙгәреш-сыуалыштар осоронда юҡ ителмәгән, ә Сибай ҡала крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана тигәнде ишеткәс, шунда  йүнәлдем. Музей директорынан Ғариф Ғүмәрҙең “Тулҡын өҫтөндәге ҡала” исемле китабын һораным. Буйға бәләкәй генә, яғымлы йөҙлө ҡатын, музей фонды мөдире Сәлимә М. Кәримова был китаптың юҡлығын әйтте. Минең имам-хатиб икәнлегемде белгәс: ”Һеҙҙе, ошо китаптар ҡыҙыҡһындырмаҫ мы?”– тип, бер ҡумта эсенән ғәрәпсә яҙылған, йылдар үтеү менән теткеләнлеп бөткән бер китап биттәрен сығарып, алдыма һалды. Эйе, Аллаға шөкөр, кемдәрҙер, айырым-айырым йөрөгән  Ҡөрьән – Кәрим биттәрен тәртипкә һалып, туҙып ятмаһын өсөн, ҡала музейына тапшырған. (Улар Аллаһ рәхмәтендә булһындар).
Шул биттәр араһынан, биттәре инде  ҡояш нурҙарынан һарғайған ике ҡалын дәфтәрҙе шәйләнем.: береһе– ҡуңыр, икенсеһе күк төҫтәге тышлыҡта.
Күк дәфтәрҙең тышына: ”Йомаш ауылы тарихы” тип яҙылған.
Ҡуңыр төҫтәгеһенең тышына: ”Баймаҡ районы Йомаш ауылы, ”Һаҡмар” колхозының ҡыҫҡаса тарихы. 1901-1970 й.й.”  тип, яҙылған ине.
Дәфтәрҙең тәүгеһен асҡас: ”Йомаш ауылының ҡыҫҡаса тарихы. 1600 йылдарҙан, 1970 йылдарға ҡәҙәре  булған ваҡытты күрһәтә”, – тип яҙылһа, икенсеһенең тәүге битендә: ”Баймаҡ районы, Йомаш ауылы “Һаҡмар” колхозының ҡыҫҡаса тарихы. 1901 йылдан, 1970 йылдарға ҡәҙәр булған халыҡ тормошо алына, – тип яҙылғандарҙы уҡыным.
Ошонда уҡ, һәр дәфтәрҙәрҙең башындағы  икешәр битен уҡып сыҡтым да, ниндәйҙер илаһи көс тартҡанын тойоп, Музей фонды мөдиренән, уларҙы өйгә алып ҡайтып өйрәнеү өсөн ваҡытлыса  биреп тороуын үтенеп һораным. Аллаға шөкөр, ҡулъяҙмаларҙы алып ҡайтҡаныма үкенмәйем. Был тарихи ҡулъяҙмаларҙың мөәллифе (авторы), Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуып үҫкән Иҫәнов Сафиулла Хафиз улы булып сыҡты.
Беренсе дәфтәрҙе яҙып, тамамлар алдынан, автор былай тип өндәгән:
“Иң һуңғы һүҙ.
Ауылдаштар һәм кем ошо яҙылғандарҙы уҡырға теләй, уҡығыҙ! Ләкин бер кемгә лә мәжбүри түгел.
Был ауылдың ҡыҫҡаса тарихын, үткәндәрен иҫкә алып, киләсәктәрен тағы ла өҫтәп алып китегеҙ. Кем теләй, дауам итеү бик кәрәк булыр.
Шулай уҡ, яҙылғанды һаҡлау, бик мөһим эш булып тора,”
Ә икенсе дәфтәренең аҙағында ул:
“Һаҡмар колхозының ҡырыҡ йыллыҡ тарихы менән ҡыҙыҡһынған кешеләр, уҡып ҡарап, тағы киләсәктә ниндәй эштәр эшләнер, шул эштәрҙе, ошо уҡ биттәргә ялғап яҙып алып китер тип өмөт ителә. Ләкин кем теләй, алып уҡырға мөмкин.Шулай уҡ, яҙыуҙы һаҡлау өсөн кәңәш тә бирер, тип ышанам, ” – тигән һүҙҙәр менән тамамлай.
Сафиулла Хафиз улы 1970 йылдың 31 июлендә  ике дәфтәргә һыйҙырылған тарих яҙмаһының һуңғы нөктәһен, ҡуя.
Ошо нөктәнән һуң, ике тиҫтә йыл да үтмәйенсә, , бер төркөм карьеристар тарафынан Совет хакимиәтенең  ҡолатылып, ауыл хужалығының бөлгөнлөккә төшөүен, колхоздарҙың тарҡалыуы арҡаһында, халыҡтың күпселеге, эш эҙләп ауылдан сығып китеүен, ә ҡалғандарының, аҡҡан-тамған ғынаһын араҡыға әйләндереп, эскесегә һабышыуҙарын, йәш кенә башҡорттарҙың ошо тормошҡа күнә алмайынса үҙ ғүмерҙәрен үҙҙәре ҡыйып, мәрхүм – гүр эйәләре булыуҙарын автор белмәне.
Заманалар килә лә китә, әммә тарих – үлемһеҙ! Был ҡулъяҙманы ташҡа баҫтырып сығарғанда илебеҙ тарихы, тыуған яҡтың үткәне менән ҡыҙыҡһыныусылар, ғөмүмән, беҙҙең киләсәк быуын өсөн бик ҡиммәтле мәғлүмәттәр, халыҡ өсөн кәрәкле баҫма булыр ине тигән уйҙа ҡалам.
Әммә был китапта яҙылғандарға, төлө фактттарға ҡаршы сығыусылар ҙа табылыр, ләкин шуны әйтергә теләйем: яманмы, яҡшымы, оҡшаймы, оҡшамаймы –был беҙҙең халҡыбыҙҙың тарихы. Тарихты йыртып алып ташлап булмай. Беҙҙә, барыһыла яҡшы ғына, шыма ғына барҙы тип, киләсәк быуынды алдамайыҡ! Нахаҡтан, милләтебеҙҙең ғорурлығы булған бихисап зыялыларыбыҙҙы аттылар, аҫтылар, туңдырҙылар, язалап, тереләй ергә күмделәр, һыуға һәм утҡа ташланылар, һөргөнгә һөрҙөләр. Батырҙарыбыҙҙың ҡандары аҙ аҡманы, рәнйегән өләсәйҙәрҙең, әсәйҙәрҙең, ҡатындарҙың күҙ йәштәре аҙ түгелмәне... Быларҙы беҙҙең оноторға хаҡыбыҙ юҡ!.
Ҡулъяҙма, халҡыбыҙҙың,  Бөрйән ырыуы башҡорттары һөйләше телендә һәм мин уны, телебеҙҙәге мәғәнәле, тос һүҙҙәребеҙҙе онотмаҫ өсөн булһа ла, нисек бар,  шулай ҡалдырыуҙы хуп күрҙем..
Ҡайһы бер һүҙҙәр, һүҙлектә осрамаһалар ҙа, шул көйө яҙылды. Тел ғалимдарына фекерләргә урын бар.
Китаптың исемен ни өсөн “Йомашым” тип атаным. Әлбиттә, был китап бары тик Йомаш ауылы тураһында ғына түгел.  Йомаш тархандың исемен йөрөткән был ауылдан айырылып күсеп китеп икенсе урында ауылға нигеҙ һалыусылар тураһында һәм ул ауылдарҙың исемдәре, шәжәрәләре  лә теркәп ҡуйыла. Ҡасандыр Йомаш ауылынан айырылып сыҡҡанлыҡтан, бер колхоз булараҡ йәшәгәнлектән,  шул ауылдың шәхестәре тураһында ла иҫкә алына. Икенсенән,  был ауыл Баймаҡ районында билдәле, ҙур  ауыл. Үҙенең ғалимдары, шағирә, яҙыусылары менән дан тота. Йомаш тураһында шиғырҙар ҙа күп, йырҙар ҙа йырлана.  Йомаш ауылында тыуып үҫмәһәм дә, үрҙәге сәбәптәргә нигеҙләнеп, китаптың исемен “Йомашым”,  тип яҙырға булдым.
Ҡулъяҙмаға, түбәндә ге мәғлүмәттәрҙе лә өҫтәнем:
1) Яҙыусы, Йомаш тарихсыһы Иҫәнов Сафиулла Хафиз улының тәржемәи хәле.
2) Золом ҡорбандары тураһында.
3) Яу ҡырында ятып ҡалғандар тураһында.
4) ”Һаҡмар”колхозына ҡараған ауылдарҙа тыуып үҫкән ғалимдар.
5) ”Һаҡмар”колхозы ауылдарының данлыҡлы шәхестәре.
6) Ауыл хужалығында даны сыҡҡан орден эйәләре.
7) Орден һәм миҙалдарға лайыҡ булған Йомаш ауылы һәм ”Һаҡмар” колхозына ҡараған ауыл мәктәптәре уҡытыусылары.
8) Юлыҡ ауылы тураһында.. Тарихи мәғлүмәттәр.
9) Йомаштың ҡайһы бер наҫелдәренең, араларының шәжәрәләре.
10) Аңлатмалар һәм хәҡиҡәткә тап килмәгән урындарҙы төҙәтеү.
Ҡулъяҙмала етешһеҙлектәр юҡ түгел, барҙыр. Быларҙы уҡыусылар ҡарамағына ҡалдырам.  Иншәә Аллаһ, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән, ошо яҙылғандарға яңы мәғлүмәттәр өҫтәлһә, етешһеҙлектәр төҙәтелһә, ҡулъяҙманы ташҡа баҫһаҡ,  тағы ла бер китап булараҡ күрербеҙ. Ҡулъяҙманы һаҡлау ысулын уйларға өндәй мөәллиф (“остаз”мәғәнәһендә). Шуның өсөн берҙән-бер һаҡлау ысулы – был хеҙмәтте камиллаштырып, китап булараҡ күреү бурысын фәҡирегеҙ – Аллаһ ҡоло – үҙ өҫтөнә ала.
Аллаһ теләһә, мәрхүм Сафиулла Хафиз улы үҙе яҙған хеҙмәтенең халыҡҡа барып етеүенә  шатланып  ятһын, тигән уй менән доға ҡылып, Башҡортостан Республикаһы Урал аръяғы регионындағы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы мәхәлләләр имам-мөхтәсибе, ахун:  Риф-хәҙрәт Абдрахманов.
Әйтергә кәрәк, был китап Хафиз улы Сафиулланың васыятына таянып Йомаш ауылы һәм “Һаҡмар” колхозы тураһында яҙылған тәүге китап.