Воскресенье, 14.08.2022, 22:17

Йомашым

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

САФИУЛЛА ХАФИЗ УЛЫ ИҪӘНОВТЫҢ ТӘРЖЕМӘИ ХӘЛЕ

Иҫәнов Сафиулла Хафиз улы 1903 йылдың 3 июнендә хәҙерге Баймаҡ районы Йомаш ауылында ярлы ғына ҙур ғаиләлә донъяға килә. Тәүҙә мәҙрәсәлә ғилем ала. Һуңынан, мәктәптә төрлө эштәрҙе башҡарып йөрөгәнсағында уның отҡорлоғон шәйләп, Ырымбурҙағы уҡытыусылар әҙерләү курсына уҡырға барырға тәҡдим итәләр. Ошо курсты тамамлап ҡайтҡас, 1925 йылдан башлап Сафиулла Хафиз улы Йомаш ауылы мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа балалар уҡыта башлай. Күп йылдар балалар уҡытып йөрөгән белгесте, колхозға хисапсы кәрәк булғас, шул эшкә күсерәләр. 
1941 йылда һуғыш башланғас С. Х. Иҫәновты тракторсылар бригадаларына иҫәпсе итеп ҡуялар. Эшен урынына еткереп эшләһә лә, үҙһенмәй ул был эште. Әленән-әле ауылдаштарының, туғандарының фронтта ҡаһармандарса үлеүҙәре тураһында өскөл хаттар килеп тора. Түҙмәй Сафиулла Хафиз улы, һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап, бер-нисә мәртәбә хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә. Уйламаған, көтмәгән ваҡытта 1943 йылда 40 йәше тулған Сафиуллаға хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы килеп төшә. Шатлығының сиге булмай... Ул да, башҡалар ҙа Белорет районында ағас ҡырҡып ятасаҡтарын әле белмәйҙәр… Бында ла бер нисә тапҡыр, фронт һыҙығына, һуғышҡа ебәреүҙәрен талап итә торғас, теләгәненә ирешә ул.
“Белореттан беҙҙе Боғорослан ҡалаһына, унан тағы ла арыраҡ ятҡан Мордва Боғоросланы , Кудерино, Турхановка ауылдарына тараттылар. Шунда һуғыш ғилеменә өйрәндем. Мылтыҡтан, пулеметтан атыу, граната ташлау, окоптар ҡаҙыу, йүгереү, һикереү – бөтәһе лә булды. 10 май кире Боғорослан ҡалаһы тимер юл станцияһына килтереп кейендерҙеләр ҙә көнбайышҡа оҙаттылар. Унда үҙебеҙҙең райондан Фәтхетдинов Ханнан (1-се Этҡол ауылынан), Халиҡов Ғәйнислам (Ғәҙелбай), Әфләтунов Нурислам (Ишмырҙа), Юлбарыҫов Ғәниулла (Әмин), Дәүләтшин Ғәйнулла (Темәс) исемле яҡташтар менән аралашып, бергә киттек. Беҙҙе Харьков ҡалаһына 70-ләп саҡырым етмәй урынлаштырҙылар. , Шул ерҙәге марштағы рота исеме менән ай ярым йөрөнөк. Украина ерендә бер ваҡыт 20-ләп немец самолеты килеп, беҙ йәшәгән ағаслыҡты бомбаға тотто. Немец разведкаһы еткереп торғандыр, сөнки бер аҙ ваҡыт үткәс беҙ торған урынды тағы ла бер-нисә тапҡыр бомбаға тоттолар. 200-ҙән ашыу һалдат инек, барлығы 60 кеше тороп ҡалғанбыҙ. Иптәшем Ғәйнисламды ҡабат күрә алманым. Үҙемдең башым шаңҡып, башым әйләнеп тик торҙо, йүнләп йөрөй ҙә, һөйләшә лә алмайым. 
Өйҙән сығып китеүемә өс ай тигәндә һуғышҡа индем. Тәүҙә оборонала торҙоҡ. Өс көндән дошман көслө һөжүм башланы. Ун ете көн ҡаршы һуғышып, дошманды алға ебәрмәнек. Юғалтыуҙар күп булыу сәбәпле, сигенергә әмер бирелде. Атырға патрон, ашарға ризыҡ юҡлыҡҡа зарланып ултырған ваҡытыбыҙҙа, автоматтарын тоҫҡаған фашистар беҙҙе уратып алды”,– тип һөйләр булған Сафиулла Хафиз улы, күп йылдар уҙғас. 
Белореттан китеүгә 20 көн тигәндә, уларҙың хәрби төркөмө немецтар тарафынан ҡамауға алына һәм бик күп юғалтыуҙар менән әсирлеккә төшә.Ошонда күргән михнәттәренә сыҙай алмай, нәҙер әйтә ул: “Аллаһ теләһә, әгәр әсирлектән иҫән-һау ҡотола алһам, ауылыма ҡайтып, халҡымды һыуға туйҙырырлыҡ ҡоҙоҡ ҡаҙасаҡмын, ағас ултыртасаҡмын һәм ауылдың барса халҡын мәжлескә саҡырасаҡмын,” – ти ул. 
Һуғыш бөтөп барғанда, Көнсығыш Пруссияның Кенигсберг ҡалаһындағы лагерҙың тотҡондарын фашистар сығарып ата башлайҙар. Ошо ваҡытта нисектер бер яйын табып, бер төркөм иптәштәре менән Сафиулла Хафиз улы әсирлектән ҡасып, ҡаланы уратып алған Совет Армияһына ҡушыла һәм немецтарҙы ҡоралһыҙландырып, тотҡондарҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Оҙаҡламай ул ҡаты яралана Һәм госпиталдән һауығып сыҡҡас 1945 йылдың аҙағында тыуған ауылына ҡайтып төшә.
Әйткән нәҙерен үтәй Сафиулла, үҙенең хужалығында ҡоҙоҡ ҡаҙа, тирә-яғына ағастар, ҡыуаҡтар, сәскәләр ултырта, ағастан ырып төрлө йәнлек, ҡош һындарын эшләп ҡоҙоҡто уратып алған баҡса эсенә урынлаштыра был тынғыһыҙ кеше. Ә инде бер-аҙ мандып алғас, йылҡы һуйып, Кәүәшле йылғаһы туғайында ҙур ҡаҙан аҫтырып, ит бешертеп, һәммә ауыл халҡын һыйлай, ҡунаҡ итә. 
Ҡайҙа ғына эшләһә лә хөрмәт итәләр уны, был турала күкрәгендәге миҙалдар һәм бихисап хөрмәт ҡағыҙҙары дәлилләй.
Хаҡлы ялға сыҡмайынса Сафиулла Хафиз улы Иҫәнов 65 йәшенә ҡәҙәр колхозда эшләп, 1968 йылда ғына ял хоҡуғына эйә булып, тарихи мәғлүмәттәр йыйып, яҙыу эшенә тотона.
Ул 1992 йылдың 17 ноябрендә Йомашта вафат була.

ҠУЛЪЯҘМА ОШОЛАЙ БАШЛАНА...

Олатайҙарыбыҙ һөйләүе буйынса, хәтерҙә ҡалғандарыбыҙҙы иҫкә алып, Йомаш ауылының ҡыҫҡаса тарихын яҙып ҡалдырмаҡ булдым. Улар, бына нимә һөйләнеләр: Борон замандарҙа, бынан унлап быуат элек, Урал-тау итәктәрендә ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ һәм башҡа төрлө халыҡтар йәшәгән. Ул ваҡытта халыҡ күсенеп йөрөгән, ултыраҡ тормошта булмаған. Ҡалмыҡ халҡын ҡаҙаҡтар Уралдан көнбайышҡа ҡыуғандар.

Замандар үтә барған… Ул заманда башҡорттар ҙа күсеп йөрөгән. Улар бер мәлде Урал тауына килеп сығалар. Башҡорттарҙың ырыу башлыҡтары үҙ-ара кәңәш итеп, ошо Урал-тауҙы уңайлы урын булғанлығын күреп ошонда туҡталырға булалар. Урал-тауҙы арҡырыға бүлеп, Урал-тауҙың көньяҡ башына Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Түңгәүер һәм Бөрйән, төньяҡ башлауына Тамьян, Ҡатай ырыуҙары урынлаша. Урал тауынан башланған Яйыҡ йылғаһынан алып, хәҙерге Татарстан еренә ҡәҙәр булған ерҙе биләйҙәр. Ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарының көнсығышҡа ҡарап тау яғына киткәндәре лә була. Был ерҙә ҡалған ырыуҙар ҙа ярым күсмә хәлдә йәшәгәндәр. Сөнки төп кәсеп малсылыҡ була. Шуның өсөн халыҡ йәй ваҡыты малға мул аҙыҡлы ерҙә йәйләп, ҡыш көндәрендә тынысыраҡ, ышығыраҡ урында, йәки ҡышлауҙа йәшәгән. Ҡыш көнө һыйыр һәм ябыҡлаған малды ҡышлатыу өсөн бесән әҙерләнгән. Йылҡы, һыйыр һәм ҡуй һарыҡтарын тибендә йөрөткәндәр. Улар үҙ тамаҡтарын үҙҙәре күреп, ҡар аҫтынан ҡыу үлән тибеп ашағандар.

Ул ваҡытта күсеп йөрөү өсөн арба булмаған. Күскәндә кәрәк-яраҡты һәм һауыт-һабаны атҡа артып (тейәп-Л.Ҡ.) йөрөткәндәр. Һәр бер ат менән йөрөргә эшкә ингән (халыҡса-“эшкингән”- Л.Ҡ.) ир, әбей һәм ҡатын-кыҙ ат менеп йөрөгән. Ҡатын-ҡыҙ өсөн атҡа атланып йөрөү ғәйеп булмаған. Күсенеп йөрөү ҙә бик анһат эш булмаған. Шунлыҡтан ырыу башлыҡтары кәңәш итеп ошо ерҙән бер ҡайҙа ла китмәҫкә булған. Ҡалмаҡ (ҡалмыҡ- Л.Ҡ.) һәм ҡаҙаҡ халҡының ҡалдығын ҡыуып сығарып бөтөргә (бөтөрөргә- Л.Ҡ.), бер һүҙҙә торорға булғандар. Был Урал тауынан ҡаҙаҡтар күптәре үҙҙәре мал яйына (мал киткән ыңғыйға.Ғәҙәттә мал йылғаға, түбәнгә ҡарай атлай. – Л.Ҡ.) ҡарап Яйыҡ йылғаһының көнсығышына ҡарай күсенә башлағандар. Башкорттар был урынға ныҡлап ултыра башлағас, ҡалған ҡаҙаҡтарҙы көслөк менән ҡыуып ебәргәндәр. Ләкин ҡаҙаҡтар менән үҙ-ара ыҙғыштар тиҙ генә бөтмәй, күп йылдарға тартылған (һуҙылған- Л.Ҡ.). Ҡаҙаҡтар был ерҙә йәшәгәндә Ирәндек тауын “Алатау” тип йөрөткәндәр.

Башҡорттар ныҡлап ултырғас ер-һыуға үҙҙәренсә исем биргәндәр. Урал тауҙың ҙур йылғаларын: Яйыҡ, Һаҡмар, Ағиҙел. – Урал тауҙың ҙур теҙмәләрен: көньяҡ осон – Өйрәндек, төньяҡ башын –, Ҡыҙыл йылғаһы аша ағып үткән ерҙең үр яғын – Ҡырҡты тип исемләгәндәр. Сөнки башҡорттар был ергә килеп ултырғас та, ер – һыуға күнегеп киттек тип, тау исемен “Өйрәндек”, тип ҡушҡандар. Замандар үтә барған, халыҡтар шул тау исемен үҙгәртеп Ирәндек тип әйтеп йөрөтә башлағандар.

Ул заманда халыҡ малсылык һәм һунарсылыҡ менән көн күргән. Ҡатын-ҡыҙҙар ат менеп йөрөүгә бик оҫта булғандар. Ул ваҡытта башҡортарҙың үҙ телендә китаптары булмаған, ныҡлы дин тотмағандар. Үҙҙәренән көслө булған тәбиғәт күренештәренә буйһонғандар. Шул тәбиғәт күренештәренән изгелек көткәндәр. Бәлә-ҡаза бирмәү хаҡына теләк теләгәндәр, үҙҙәренә күрә ғөрөф-ғәҙәт тотҡандар: ҡыҙ биреү, килен алыу, ҡоҙа булышыу, ҡара-ҡаршы ҡунаҡҡа саҡырышыу һәм башҡалар. Ләкин ҡыҙ биреү, килен алыу (тәңгәлендә-Л.Ҡ.) үҙ ырыуынан алмаҫҡа, башҡа ырыуҙан алыу, йәки биреү, хуп күрелгән. Шуға ла, бәһлеүән, һәммә яҡтан да камил балалар тыуғандар.

Ул заманда тәбиғәт иҫ киткес матур булған. Хәҙерге Урал йылғаһынан Ағиҙел йылғаһы араһында ҡалын ҡара урман үҫкән. Йылғалары төрлө балыҡтарға, урмандары төрлө йәнлектәргә, тау-таш һәм һыу буйҙары емеш -еләккә бай булған. Ошо матур тәбиғәтле ерҙә, башҡорттарға тыныс тормош ҡороп көн итеүгә мөмкинлек булмаған. Сөнки төп кәсеп малсылыҡ булғанлыҡтан, башҡорт менән ҡаҙаҡ араһында әлдән-әле ыҙғыш, яу сығып торған. Яуҙарының килеп сығыуына төп сәбәп:ике халыҡҡа ла малға мул аҙыҡлы, тау–ташлы, күп һыулы урын кәрәк булған, шуға күберәк ер өсөн талашҡандар. Бер–береһенең малын әйләп (ҡыуып- Л.Ҡ.) алып китеү, шулай уҡ, ҡатын-ҡыҙҙарын алып ҡасыу арҡаһында, ҙур тупланған көс менән башҡорт һәм ҡаҙаҡ яуҙары килеп сығып, оҙаҡ йылдарға һуҙылған.

Ул ваҡытта башҡорттар уҡ-һаҙаҡ, суҡмар, туйыр (?) менән ҡоралланып , аяҡтарына саңғы кейеп йөрөгәндәр.Ә, ҡаҙаҡтарҙың ҡоралы – ҡайыш һәм туйыр булған. Ике яҡ та атлы ғәскәр тотҡан. Шул ҡаҙаҡ яуҙарынан һаҡланыу өсөн, ҡалҡыу урындарға соҡор ҡаҙып, башына йыуан бүрәнәләр һалып, өҫтөн балсыҡ менән ябып, өс яҡтан ҡарап ятыу өсөн тишек ҡалдырғандар. Шулай итеп, ҙур ҡарауыл урыны эшләгәндәр. Шул ҡарауыл урындары, замандар үтеү арҡаһында емерелеп, уртаһы ҡаҙан шикелле соҡор булып ҡалған. Ул урындарҙы«уба» тип йөрөтәләр. Яу булған ваҡытта һәләк булған батырҙарҙы, ат һәм эйәр–өпсөнө менән, шулай уҡ ҡоралдарын да бергә шул убаларҙа ерләгәндәр.

БАТЫРҘАР ТУРАҺЫНДА РИҮӘЙӘТТӘР

Ул ваҡытта башҡорттарҙың данлыҡлы батырҙары булған. Беренсеһе - Ҡотор батыр, икенсеһе – Кәрешкә батыр, өсөнсөһө – Бураҡай батыр. Ә ҡаҙаҡтарҙан Сәйет батыр булған. Шул батырҙар хаҡында телдән- телгә күсеп килгән риүәйәттәр бар. Шул хаҡта бер нисә һүҙ яҙырға кәрәк булыр.

Ҡотор батыр тураһында

Ҡотор батыр, хәҙерге Хәйбулла районы Биштуғай – Кәрим ауылыныҡы булған. Ул ҡаҙаҡ халҡының батыры Сәйеттең ҡыҙы Ҡуйһылыуҙы урлап алып ҡаса ла, үҙ ауылына алып ҡайта.

Шунан, ул заманда йәшәгән оло Аҡһаҡалдар, Ҡотор батырға кәңәш биреп, Тамъян -Ҡатай ырыуына барып торорға ҡушалар. Шул кәңәш буйынса, Ҡотор батыр Тамъян - Ҡатайға күсеп китә һәм шунда ғүмер итә.

Кәрешкә батыр тураһында

Кәрешкә батыр хаҡында ла бер – нисә һүҙ … Мәҫәлән, замандар үтеп халыҡ бер аҙ тынысланғас, ҡаҙаҡтар башҡорт еренә илсе ебәрәләр. Күп йылдарға һуҙылған башҡорт һәм ҡаҙаҡ яуҙарында кем еңеүсе булып ҡалыуын белеү өсөн, ике яҡ бер урынға йыйылып, асыҡлап ҡуйырға теләгәндәр. Шул ваҡытта башҡорттарҙың ырыу башлыҡтары кәңәш итеп, бер ергә йыйылыу урынын билдәләгәндәр. Шунан ике яҡтан да халыҡ йыйылып бөткәс, ҡаҙаҡтар ошо һүҙҙе әйткәндәр: “Ике яҡтан да берәр батыр сығарайыҡ, шул батырҙар, ошо халыҡ йыйылған урын күренмәгән ерҙә, бер-береһен хәлдән тайҙырып, еңеп килһә, шул яҡ яуҙа еңеүсе булыр”. Был һүҙҙе башҡорттар ҡабул иткәндәр. Ҡаҙаҡтар үҙҙәренең яғынан заманында бик көслө булған мыҡты кәүҙәле бер ҡаҙаҡты сығаралар. Ә башҡорттар яғынан Кәрешкә батыр сыға. Башҡорттар аптырап ҡала, сөнки Кәрешкә батыр, ҡаҙаҡ батыры эргәһендә бик бәләкәй күренә. Ысынлап та ул бик йыуан, тәпәш кәүҙәле була.

Шунан ике батыр, атҡа атланып, халыҡ күренмәгән ергә китәләр. Ҡаҙаҡ батыры, юлда барғанда, халыҡ күҙҙән юғалдымы, тип, артына бер-нисә мәртәбә боролоп ҡарай. Шул, артына боролоп ҡарауҙан файҙаланып, Кәрешкә батыр, үҙенең ҡыл сылбырынан боғал яһап, ҡаҙаҡ батырының муйынына боғал һала һәм ҡаҙаҡтың атына бер һуға. Ҡаҙаҡ атынан ауып йығыла һәм үңәсе һығыла. Шул ерҙә Кәрешкә батыр ҡаҙаҡ батырын иҫтән яҙғанса туҡмап, ҡулын артҡа бәйләп, халыҡ алдына алып килә. Шунан ҡаҙаҡ халҡы намыҫ итеп үҙҙәренең батырын әрләп, башҡорттоң бер буҙ балаһынан еңелеп, беҙҙе хурлыҡҡа ҡалдырҙың, тип, үҙ батырҙарын үҙҙәре тапап үлтергәндәр. Яуҙа еңеүсе башҡорттар еңеүен раҫлаған Кәрешкә батыр исемендә, хәҙер Баймаҡ районында Кәрешкә ауылы бар.

Бураҡай батыр тураһында.

Бураҡай батыр хаҡында бер нисә һүҙ әйтергә кәрәк булыр. Шул уҡ ҡаҙаҡ яуҙарына бәйле ер исемдәре беҙҙең заманғаса халыҡ телендә һаҡланып килә. Мәҫәлән: Ҡарауыл-тау, Ҡаҙаҡ-кискән, Ҡаҙаҡ-ҡырылған, Ҡан-ятҡан, Биш-уба, Бураҡай-тауы һәм башҡалар.

Был Бураҡай тауы – Баймаҡ районы Йомаш ауыл советының Тәңребирҙе, Күрек ауылы янындағы тау. Оло кешеләр һөйләүе буйынса, ҡаҙаҡ яуҙары ваҡытында, Бураҡай батырҙы ҡаҙаҡтар ҡыуып килгәндә, ул тау өҫтөнә менә һәм шул ерҙә уның уғы бөтә. Шул ваҡытта Бураҡай батыр ваҡ ағастан уҡ яһап ҡаҙаҡтарға ата. Ләкин, әкәл сиктә (ахырҙа- Л.Ҡ.) Бураҡай батырҙы ҡаҙаҡтар үлтерә. Шуға был тау исемен, “Бураҡай тауы”, тип йөрөткәндәр.

Бураҡай батырҙы шул тау өҫтөнә ерләгәндәр.

Ҡыҙырбәкҡашҡа батыр тураһында

Ауылыбыҙ тирәһендәге ер-һыу исемдәре Ҡыҙырбәкҡашҡа батыр исеме менән дә бәйле.

Башҡорттарҙың Бөрйән ырыуы батыры Ҡыҙырбәкҡашҡа бер төркөм ырыуҙаштары менән Яйыҡ аръяғына ҡарымтаға бара. Бер ҡаҙаҡ байының йәйләүенә төн ҡараңғыһында барып етәләр. Алыҫтан уҡ далала ут яғып, ҡаҙан аҫып, ит бешереп ултырған 5-6 көтөүсе төҫмөрләнә.

Бөрйәндәрҙең береһе:”Тәүҙә барып көтөүселәрҙең аяҡ-ҡулдарын бәйләп һалайыҡ та, шунан йылҡыларын ҡыуырбыҙ,” – тип кәңәш итә. “Ниңә кәрәк ул беҙгә улар менән айҡашып йөрөргә, ҡасырға мәжбүр итәйек үҙҙәрен,” – ти Ҡыҙырбәкҡашҡа. Ул үҙе бик мәргән була. Иң яҡшы уғын һайлап алып, итле ҡаҙанға тоҫҡап атып ебәреүе була, ҡаҙан бер нисәгә ярылып, сәсрәп китә. Ҡаҙаҡтар эштең ниҙә икәнен һиҙеп, тиҙ генә аттарына атланалар ҙа дала ҡараңғылығына инеп юғалалар. Бөрйәндәр өйөр-өйөр йылҡы ҡыуалап, илдәренә ҡайтып китә.

Был хәл тураһында хәбәр ҡаҙаҡ батыры Бетәскә тиҙ барып етә һәм ул үҙ сиратында 30- 40 ҡораллы яраны менән Бөрйән тарафтарына юллана. Улар көн кисләүгә Йомаш ауылына яҡын Һаҡмар йылғаһы кисеүе тапҡырындағы ҡалҡыулыҡта урынлаша, ә аттарын 3-4 кеше туғайҙа көтә.

Йомаш ауылына яу килеүен,ауыл эргәһендәге Ҡарауыл тауында тороусы һаҡсылар күҙәтеп тора һәм яҡын – тирә ауылдарға хәбәр ебәрә. Тиҙ арала ир- егеттәре менән батырҙар килеп тә етәләр.

Таң алһыуланып килгәндә, Ҡыҙырбәкҡашҡа, ҡаҙаҡтарҙың арып, тәмле йоҡоға талған сағын файҙаланып, һөжүм итергә әҙерлек алып бара. Ҡораллы йәштәргә Суҡыташ аҫтындағы таллыҡта йәшенеп, сираттағы бойороҡто көтөргә ҡуша. Ә үҙе, өс ҡартты эйәртеп, Суҡыташ өҫтөндәге бейек ҡарағас янына йүнәлә. Ҡарттарҙы ҡарағас төбөндә ҡалдырып, батыр уның башына менеп күҙәтә. Ҡаҙаҡтар йоҡлайҙар, Бетәс батыр, ҙур таш яҫтанып, бер ситтәрәк ята.

Хәл иткес ваҡыт килеп тә етә. Ҡыҙырбәкҡашҡа йылҡы өйөрөн йоҡлап ятҡан ҡаҙаҡтар өҫтөнә йән-фарман саптырып ҡыуаларға бойороп яҙыу яҙа ла уны уҡҡа бәйләп, таллыҡҡа ҡарай ата. Ҡарағас аҫтында йәшенеп ултырыусы ҡарттарҙан: “Бетәс батыр баш аҫтына таш яҫтанған, башына атайыммы, әллә ташынамы ?”-тип һорай. Ҡарттар бер тауыштан: “Башына, башына!” – тиешкәндәр. Ҡыҙырбәкҡашҡа ташына тоҫҡап атып ебәрә һәм таш ярылып, сәсрәп киткәс тә, Бетәстең һиҫкәнеп, ырғып тороуы була, мәргәндең икенсе уғы уны аяҡтан йыға.

Һыбайлы егеттәр йылҡы өйөрө менән ҡаҙаҡ баҫҡынсылары өҫтөнә ябырыла. Тегеләр әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, тырым тырағай ҡасырға мәжбүр була. Вафат булғандарҙың мәйеттәрен, уларҙың тәүге туҡтаған урынында, ерләйҙәр. Ә ҡаҙаҡ батыры Бетәсте айырым бер ергә, яҡындағы Әптекәй ауылы ҡаршыһындағы тау битендә ерләйҙәр. Әсирлеккә алынған көтөүселәрҙе, бында булған ваҡиғаларҙы үҙҙәрендә һөйләһендәр өсөн, илдәренә ҡайтарып ебәрәләр.

Авторҙан. Йомаш ауылына яҡын Ҡаҙаҡ кисеүе, Ҡарауыл тауы, Бетәс тауы һәм башҡа ер-һыу исемдәре, үҙҙәренең тарихы менән мәшһүрҙәр.

Уларҙың күбеһенең исемдәрен, халыҡҡа мәғлүм булһын өсөн, ҡулъяҙманың мөәллифе мәрхүм Сафиулла Хәфиз улы урындағы таштарға яҙып ҡуйғайны, тип һөйләне ауылдашы, хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Рамаҙан Ғәлләм улы Байегетов.

УРЫҪ АУЫЛДАРЫНЫҢ ТӨҘӨЛӨҮЕ

Ошо башҡорт – ҡаҙаҡ яуҙары баҫылыуға бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң да аҙлап ыҙғыш, бер-береңде талау, мал мөлкәтте баҫып алып китеү һаман дауам иткән.

Был ыҙғыш-талашты баҫтырыу һылтауы менән шул заманда булған батша хөкүмәте Яйыҡ йылғаһы буйына – Верхне-Уральскийҙан алып Оренбург ҡалаһына ҡәҙәр – һәр бер 20 саҡырымға, казачи халҡына ауыл һалып, йәшәтеп, шул казактар батша хөкүмәтенә атлы ғәскәр булып хеҙмәт иткән.

Улар, хәҙерге Урал йылғаһын аша сығып йөрөгән башҡорт һәм ҡаҙаҡтарҙы тотоп, һөргөнгә ебәрә торған булғандар.

Бына ошо яңы һалынған казак ауылдарына, батша үҙе, Урал буйлап үткәндә, һәр береһенә исем биргән.

Мәҫәлән: Уртазимка, Березовка, Кизил, Грязной һәм башҡалар. Бына ошо Грязной ауылы исеме хаҡында бер риүәйәт бар.

Грязной ауылы тураһында

Батша ауылдарға исем биреп үткән ваҡытта, бер ауылда төшкө ашҡа туҡтай. Аш ашап, китергә тип сыҡҡанда, Батша күсеренең сыбыртҡыһын урлағандары беленә. Шуға был ауылды яманлап, исемен, “Грязь” тип биреп киткән. Ләкин бер аҙ ваҡыт үткәс казактар ауылға, ”ной” тигән ялғау өҫтәп, “Грязной” тип төҙәтеп алғандар.

Батша үҙе, был ергә килеү өсөн, таш юл һалдырған. Халыҡ был юлды “Кәтерин юлы”, йәғни “Екатерина юлы” тип атаған. Шул юлдың таш-тошоноң ерҙәге ҡалдығы беҙҙең заманғаса һаҡланып килә.

АУЫЛДАРЫБЫҘ

Беҙҙең ата-олатайҙарыбыҙ ил тынысланғас, тәү башлап ултырған урындары тураһында һүҙем. Урғаҙа йылғаһы буйында, тау үҙәндәре араһында хәҙерге Байыш ауылы ултырған ерҙең үр яғында утарлап ултырған Арыҫлан исемле ҡарттың өс улы була: Байыш, Ямаш һәм Йомаш. Улар йәшәгән ваҡытта башҡорт ырыуҙарының халҡы аҙлап күбәйә бара. Мал аҫырау өсөн яҡшы урындар кәрәк була башлай. Был ваҡытта халҡыбыҙҙың төп кәсебе малсылыҡ булһа, икенсенән һунарсылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Ямаш менән Йомаш ҡыш көндәрендә бик алыҫта, Һаҡмар буйҙарында ла, һунарҙа бүре ҡыуып йөрөй торған булғандар.

Бүре ҡыуып йөрөгәндә, Ямаштың аты арып, шул атты хәҙерге Беренсе Этҡол ауылы ултырған урынға, йылға буйына ҡалдырып китәләр. Ике көн үткәс, кире килеп атты алып ҡайтырға килһәләр, уны эҙләп таба алмайҙар. Шунан Ямаш менән Йомаш, атты бүре ашағандыр тип, төңөлөп ҡайталар. Ҡар иреп, яҙ булып, һыу-күл тартылғас, тағы бер килһәләр, ней күҙҙәре менән күрһендәр, ат иҫән-һау, йылға буйында ашап йөрөп ҡышты үткәргән. Былар шул йылғаны “Ҡышлауар” тип атап, аттарын алып ҡайтып киткәндәр. Шуға хәҙер, Ямаш ауылы һәм йылға исемдәре шул көйө ҡалған.

Шулай уҡ һәр ҡышта бүре баҫтырып, Һаҡмар һыуы буйында һәм йылға буйҙарында бүре ҡыуып йөрөгәндә, улар хәҙерге Кәүәшле йылғаһы буйында ла булалар. Ямаш менән Йомаш ошо йылға буйын, яр буйҙары бик соҡорло, ҡыуышлы булғанға, йылғаға “Ҡыуышлы” тип исем ҡушҡандар. Шулай уҡ йылға буйы мал көтөү өсөн ышыҡ булғанды күреп, үҙ-ара һөйләшеп, Ямаш – Ҡышлауар буйына, Йомаш –Ҡыуышлы буйына килеп утар һалырға һүҙ ҡуйышалар. Был урынға күсеүгә, уларҙың оло ағалары ҡаршы килмәгән. Йомаш хәҙерге Өсһаҙ тигән йылғаның түбән яғына, Өсһаҙ кисеүе аҫтына утар һала. Ул ваҡытта Ҡыуышлы һәм Күсбей буйында, Күсбей тамағында, Ҡаҙна-түбә, Һөйөндөк-үлек янында, шулай уҡ Һаҡмар аръяғында, Тәүәнәй - убала һәм башҡа урындарҙа Иҫке ыҙмалар булған. Ул заманда утарҙарҙа 2-3 өй бергә утарлап йәшәгәндәр.

ТӘБИҒӘТ

Был урындарҙа ҡалын ҡарурман булған. Тәбиғәт, иҫ китмәле матур. Тауҙарында ҡарағай, ҡарағас, шыршы, ҡайын, уҫаҡ һәм һыу буйҙарында тал, тирәк, муйыл, энәлек, балан, ҡарағат һәм башҡа емешле ағастар үҫкән.

Киң туғайҙарында күпереп үлән үҫкән, томбойоҡло ҙур-ҙур күлдәр ялтырап ятҡан. Шулай уҡ тау биттәрендә күҙҙең яуын алып төрлө-төрлө сәскәләрхуш еҫ бөркөп ултырғандар.

Һауа саф, һәр-бер саҡырымда тиерлек, көмөш таҫма булып, урман йылғалары тауыш биреп ағып ятҡан, шул йылға буйҙарында аҫыл ҡоштар һайраған. Күл һәм йылға буйҙарында ҡояш нурына иркәләнеп, һыу ҡоштары һәм сабаҡ-балыҡтар ялт-йолт итеп уйнағандар. Тау һәм урман эсендә төрлө кейек-йәнлектәр: айыу, бүре, төлкө таң-тоң баҫып йөрөгәндәр.

ӨЙҘӘР ҺАЛЫУ. АУЫЛДЫҢ НИГЕҘЕ

Шул арала тау һәм йылға буйҙарындағы 2-3 өйлө Иҫке-ыҙмаларҙа халыҡтар йәшәгән. Уларҙың өйҙәре бик йыуан бүрәнәнән, ҡарағай һәм ҡарағастан, бер диуары 6-7 генә ағастан булып, ишектәре эскә асмалы була. Ишекте эстән ағас менән терәтеп, типке һалып ултырғандар. Тәҙрә урындары бик бәләкәй – кеше башы һыймаҫлыҡ була. Сөнки ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ирҙәр өйҙә булмаған ваҡытта йәки яу баҫҡан саҡта һаҡланыу өсөн шулай эшләгәндәр.Замандар үтә барған, Иҫке-ыҙмаларҙа ултырған халыҡтар кәңәш итеп бер урынға ҙурыраҡ булып ойошоп ултырыу башлана.(Шул “Иҫке-ыҙма” тип әйтелгән ер исемдәре, халыҡ телендә әле булһа ла әйтеп йөрөтөлә).

Тағы ла бер-нисә йыл үткәс, иң тәүҙә ауылды хәҙерге ферма ултырған урындан – Башҡа-тауҙан алып, Кәрәйес-ҡабаҡ һыртына ҡәҙәр – бер урам булып ултырып башлайҙар. Һәр бер Иҫке-ыҙманан килгән халыҡ был урындағы 50-60 өйгә тула. Был урында бер-аҙ ғүмер иткәс шул асыҡлана: яҙ көндәре Һаҡмар ташҡанда һәм ҡыш малды һыу эсерерг алып барғанда, мал һыу эсенә төшөп үлеү кеүекмал ҡазаһы күп була. Шунан ҡарттар кәңәш итеп, бигерәк тә Йомаш ҡарт, ауылды Ҡыуышлы йылғаһы буйына күсереү хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Халыҡ риза була. Беренсе булып, 1772 йылда, Йомаш ҡарт үҙе күсеп ултыра. Шуға ла ауылға “Йомаш” тип исем биргәндәр.

Батрай улы Йомашҡа батша тарафынан тарханлыҡ (кенәзлек-Р.А.) грамотаһы тапшырыла. Был дәрәжәгә уның атаһы ла, олатаһы ла лайыҡ булғандар. Ул ваҡыттарҙа тархандарға биләгән ерҙәрен быуындан-быуынға тапшырып ҡалдырыу рөхсәт ителгән һәм быны дәлилләп уларға Аҡ батша тарафынан махсус Грамота тапшырылған.

Йомаш бин Батрай тураһында риүәйәт

Башҡотостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың “Мәмбәт шәжәрәһе” китабында Йомаш бин Батрай тураһында бына ниндәй риүәйәт еткерелә. Һабыр исемле ҡартҡа, дуҫы иштәктәр (башҡорттар) тарафынан ҡыуылған ҡаҙаҡ аттары араһында ҡуша килгән Йәнһары исемле ҡаҙаҡ балаһын да биреп ҡайтара. Мулла, Һабырҙың һорауы байынса, Йәнһарыға Мәмбәт тип исем бирә.

“Шулай итеп, үҫеп еткәс, тип яҙыла “Шәжәрә”лә, Һабыр ҡарт Бөрйән (ырыуы) Йомаш ауылы Йомаш мулланың Һағындыҡ исемле ҡыҙын Мәмбәткә никахландыра”.

Тимәк, ошо тарихи мәғлүмәттәргә таянып, Йомаш Батрай улының ауыл муллаһы булараҡ та заманына күрә оло ғилем эйәһе һәм абруйлы кеше икәнлеген күрәбеҙ.

Йомаштың биш улы булғанлығы мәғлүм. Өлкәне Ишкилде 1758 йылғы, уның улы Ғәли, унан ҡала 1765 йылғы Йылгилде; артабан 1767 йылғы Баймырҙа, уның улдары Мөхәммәтрәхим, Мәһәҙей, Мөхәммәтшаһ; Әбеш исемле улының улдары: Хажиәхмәт, Исхаҡ һәм кесеһе Мөхәммәт, Ғөбәйҙулла һәм Ғибәҙәт исемле улдары менән. (С.И. яҙғанса ҡала –Л.Ҡ.)

Авторҙан.

Ошо урында үҙемдең фекеремде әйтеп үтәм...

Йомаштың оло улы Ишкилде 1758 йылғы була. Кешенең быуын алышыныу араһын уртаса 20 йыл тип иҫәпләһәк, Ишкилденең атаһы Йомаш, 1738 йылда тыуған булып сыға түгелме? Теүәлһеҙлек, бер-нисә йыл тәшкил итһә лә 1772 йылда Йомаш ауылына нигеҙ һалған Йомаш “ҡарт”ҡа ни бары 34 йәш була.-Р.А.).

Йомаш менән бергә (Ҡыуышлы йылғаһы буйында- Л.Ҡ.) - 25 ғаилә һәм Ниғәмәт исемле ҡаҙаҡ тороп ҡалалар.Риза булмағандарҙан 19 кеше, Ысмаҡай Ҡаҙаҡовҡа эйәреп, әлеге көндә Мағаш тип аталған йылға буйына күсеп ултырып, ”Ысмаҡай” ауылына нигеҙ һалалар. Улар араһында Ғәли Һәм Тойғон исемле ике ҡаҙаҡ та була.

Әптекәйгә эйәреп, 21 ғаилә, Ирмәк исемле ҡаҙаҡ сығып китеп, “Әптекәй” ауылын барлыҡҡа килтерәләр.Ошо рәүешле, Ишмырҙа менән-15, Мырҙабулат менән 10 ғаилә бүленеп, үҙҙәренең исемен йөрөткән ауылдарҙы төҙөйҙәр.

Йомаш ауылы шулай итеп, 6 ауылға тарҡала.

Йылға исеме “Ҡыуышлы” булып күп йылдар исемләнһә лә, замандар үтә барған, халыҡ был исемде уңайлаштырып, “Кәүәшле” тигәндәр.

Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙы ҙурайтыуға икенсе бер сәбәп тә була., Батша халыҡтан төрлө һалым йыйып алыу өсөн еңел булһын тип, ауылдарҙы ҙурайтыуға ҡанун сығара.Урамдарын тәртип менән һалырға тип, фарман бирә.. Һәр-бер өйҙөң араһы ун биш метр ҡалдырылып, ике өй аша бер тыҡырыҡ булдырыла. Шунлыҡтан беҙ иҫ белгән саҡта, йәғни 1910-1912 йылдарҙа Йомаш ауылында 11 тыҡырыҡ бар ине. Был хәл башҡорттарҙың үҙ ирке менән урыҫтарға ҡушылғандан һуң бер ни ҡәҙәре ваҡыт үткәс була.

Йомаш ауылынан таралған ауылдар һыҙмаһы

АУЫЛДЫҢ ТӘБИҒӘТЕ

Хәҙерге Йомаш ауылы ултырған ерҙең тәбиғәте хаҡында бер-нисә һүҙ әйтеп, һеҙҙең күҙ алдығыҙға килтереп китеү кәрәк булыр.

Ауылдың ултырған ере, ауыл булмаҫтан алда Ҡыуышлы йылғаһы буйы ҡабаҡтары, хәҙерге иҫке зыярат аҫтынан алып бар ере ҡайынлыҡ, ауылдың үрге башынан түбәнге яғына тиклем ҡайынлыҡ һәм һыу буйҙары тал, тирәк, ерек һәм муйыллыҡ булған.

Замандар үтә барған… Ауыл халҡы шул ағастарҙы һаҡламай ҡырҡыу арҡаһында Ҡыуышлы йылғаһы, тәүҙә ҡабаҡ аҫтынан, хәҙерге зыяраттың түбән яғынан турараҡ аҡһа, ваҡыттар үтеү арҡаһында, ул да үҙ ағышын үҙгәрткән. Хәҙер урам уртаһына яҡынлап килә. Йомаш ауылы ултырмаҫтан алда, был урында ҡуйы бесән үҫкән. Хәҙерге кибет (ауыл идараһы тәңгәле – Л.Ҡ.) урынында оҙонлоғо йөҙ иллеләп аҙымдай һәм Шахмөхәммәтов Рәхимйән ултырған урынға тиклем томбойоҡло күлдәр булған. Шул ҙур-ҙур ҡамышлы күлдәрҙә һыу ҡоштары йөҙөп йөрөгән. Ауыл ултырғас, ул күлдәргә, йылдар үтеү менән тауҙарҙан, үҙәктәрҙән аҡҡан ҡар һыуҙары һәм ямғыр һыуҙары үҙе менән ҡом таш һәм башҡа нәмәләр алып килгәнлектән, күлдәр һайығып бөтөнләй бөтөп ҡуйғандар.

Был урындың тауҙарында, үҙәктәрендә һәм үҙәндәрендә ике йөҙ йыл йәшәр ҡарағай, ҡарағас ағастары үҫкән. Шул ағастарҙан һалынған мәсет һәм кибет, шулай уҡ Шахмөхәммәтов Хәсәндең төкәтмә өйө беҙҙең заманға ҡәҙәре һаҡланып килә. Беҙ иҫ белгән ваҡытта, 1907-1910 йылдарҙа, Кәүәшле буйында тал, муйыл, ерек ағастары, ҡабағындайыуан ҡайындар бар ине. Мәҫәлән, бына ошо ерҙәрҙә Низам һәм Зыяитдин (Нәҫел исемдәре яҙылмаған - Р.А.), Йәналин Әмир, Хәсәнов Әмир, Килдеғошова Мәүәнең кәртә артында, шулай уҡ хәҙерге ат кәртәһе урынында (хәҙерге мәсет арты тапҡыры – Л.Ҡ.), Барлыбаев Әбубәкер һәм Барлыбаев Мансурҙың кәртә арттарында ла, тал, муйыл, ерек ағастары күп булдылар. Шул урындың һыуында балалар ат йөҙҙөрөп уйнайҙар ине. Шулай уҡ, мурҙа һалып та, ҡармаҡлап та төрлө балыҡ алдылар.

Хәҙер бында бер генә ағас та үҫмәй. Бер аҙ ғына ҡайын ағасы зыярат эсендә һаҡланып ҡалды һәм бер генә ҡарағас зыярат үре һыртында үҫә. 1908 йылда мәсетте йүнәтәләр. Баш ябыуы 1954 йылда яңыртыла. Хәҙер, 1970 йылда, шул уҡ мәсет Яңы ырҙын табағы янына ашхана йорто итеп күсерелде.

Һаҡмар һәм Мағаш йылғаларында барлығы алты һыу тирмәне булған. Уларҙы: ”Иванов”, ”Павел”, ”Мәсәлим”, “Мостафа”, “Сәйғәфәр”, “Александр” тирмәне тип йөрөткәндәр. Бөгөн был тирмәндәрҙең береһе лә юҡ.

БАЙЫШ ҠАРТ ҺӘМ ЕР БҮЛЕШЕҮ

Хәҙер Йомаштың ағаһы Байыш ҡарт хаҡында бер-нисә һүҙ яҙырға кәрәк булыр. Йомаш ҡарт үҙ заманында ауылдаштары алдында ҡәҙер- хөрмәтле кеше була.Шул хөрмәтле булыуҙан файҙаланып өлкән ағаһы Байыш ҡартты, үҙ янынан ер бүлеп биреп, Йомашҡа күсеп килергә саҡыра. Байыш ҡарт, ул заманда, хәҙерге Байыш ауылы ултырған ерҙең үр яғында, Урғаҙа буйында ике ҡатыны һәм балалары менән утарлап ултырған була. Байыш ҡарт үҙенә бүленгән ерҙе килеп күреп, күсеп килергә риза була. Ләкин оло ҡатыны Гөлбикә әбей үҙ балалары менән килмәй, шул урында тороп ҡала. Шул Гөлбикә әбей утарлап ултырған ерҙе ”Гөлбикә түңе” тип йөрөтәләр.

Байыш ҡарт кесе ҡатыны Хәмиҙә әбей менән күсеп килгәс, Йомаш ерен ике бүлемгә, ә ҡалғанын Түбәләргә бүләләр:

1. Йомаш бүлеме.

2. Байыш бүлеме.

3. Түбәләр бүлеме.

Түбәләргә бүленгән ерҙәр 1929 йыл колхозлашҡанға ҡәҙәр һаҡланып, иген сәсеү һәм бесән сабыу урыны булараҡ файҙаланып киленде.

Йомаш бүлемендә: Йомашевтар, Баймурзиндар, Аҡбулатовтар, Килдеғошовтар, Рәхимғоловтар, Ниғәмәтовтар, Фәтхуллиндар, Иҫәновтар, Барлыбаевтар, Агишевтар, Әләкбаевтар һәм башҡалар.

Байыш бүлемендә: Сәйетғәфәровтар, Байегетовтар, Юнысбаевтар, Алсынбаевтар, Йәналиндар, Ярҡынбаевтар һәм башҡалар.

ЙӘЙЛӘҮҘӘРЕБЕҘ. ЙӘШӘЙЕШЕБЕҘ

Ғаиләләр ошо бүлем буйынса йәйләүгә сығып ултырғандар. Үҙ бүлеменә тейгән ерҙә айырым йәйләгәндәр. Шул йәйләү урындарына исем дә бирелгән. Мәҫәлән, Ишмырҙа юлы буйындағы йәйләү урынын, “Сыбылы йорт” тип әйткәндәр. Аҡморон юлы буйында, хәҙерге “Бүре ояһы” тип йөрөткән ерҙә Байыш ҡарт йәйләгән. Шул ерҙә бер күл дә бар. Уны ”Байыш күле” тип йөрөткәндәр.

Ул ваҡытта Йомаш ауылы биләгән ерҙең ҙурлығы буйға 70, ә арҡырыға 6-7 саҡырым булған. (Хәҙерге Ишмырҙа ауылына етмәҫ борон ”Туҡыран” тигән ерҙән алып ”Ҡола-ала ат”тигән сыуаш ауылының кәртә артына ҡәҙәр 70 саҡырым булған.“Туң-ҡайын” һыртынан алып “Мырҙабулат-Мырҙаҡай” юлы үткән ергә ҡәҙәре 6-7 саҡырым булған.)

Ул заманда ла төп кәсеп булып малсылыҡ ҡалған, бик аҙлап ҡына, аҙымлап арпа сәскәндәр. Эш ҡоралы ағас һабан йәғни һуҡа булған. Тырма урынына, ботаҡлы ҡайын ағасын һөйрәткәндәр.

Халыҡтың ашаған ризығының күпселеге малдан алынған (малдан эшкәртелгән тимәк – Л.Ҡ.) булған.Кейгән кейемдәрҙе лә күпселеген малдан алынған йөн, тире һәм киндерҙән үҙҙәре иләп эшләнгән туҡыманан тегеп кейгәндәр.

Ул заманда өйҙәрҙең башы ябыуһыҙ – лабаҡ (ағас ҡабығы менән ябылған тигәнде аңлаталыр- Л.Ҡ). Ярлы кешеләрҙең күпселеге бер өйҙә генә ғүмер иткәндәр. Хәллерәк кешеләр башын ҡулдан ярылған тыранса менән ябып, ике өй уртаһында солансалы итеп эшләгән. Өйҙө шулай итеп эшләүҙең сәбәбе – ҡатын-ҡыҙҙар ят кеше килгәндә күренмәһен тигәндәр. Ят ир кеше килгәндә ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәргә күренеүе ҡәтғи тыйылған.

Ул заманда бер өй эсендә нисә кеше булһа, шул кешеләрҙең һәр береһенең үҙенең исеменә, йәғни бәхет һынау өсөн, малды илселәп (дөрөҫө – “инселәп” – Л.Ҡ.) йөрөткәндәр. Шул арҡала, бер малды һуйырға йәки тотонорға тигәндә, өй эсендә ҙур ыҙғыш сыҡҡан. Һәр кем үҙ илсеһен кәметмәҫкә тырышҡан. Мал ябыҡлап үлеп барғанда, йәки ҡартайғанын ғына һуйып ашағандар. Ә яҡшы, һимеҙ малдарын ҡайһы берҙә бурҙар урлап ашағандар. Шул борондан ҡалған йола буйынса йәшәү, хәҙер ҙә һаҡланып килә.

АУЫЛДАҒЫ АРАЛАР

Ул замандарҙа ауылдың ҙурлығы 130-140 өйгә еткән. Шуға, “Йөҙ илле Йомаш ауылы” тип йөрөткәндәр. Ауыл бер урынға ныҡлап ултырғас, ауылда йәшәгән халыҡҡа ара исемдәре ҡуша башлағандар.

Мәҫәлән, Аҡбулатовтарға “Көҙәндәр”тигәндәр. Сөнки Аҡбулатовтар кешегә бик ҡатышып йәшәмәгәндәр. Шуға уларҙы өңөндә йәшенеп ятҡан көҙәнгә оҡшатҡандар.

Йомашевтар – “Бейәләйҙәр”. Сөнки Йомашевтар барыһы ла балта оҫтаһы булғандар. Эшләгәндә бейәләй кейеп эшләгәнгә “Бейәләйҙәр” тигәндәр.

Барлыбаев һәм Шәриповтарҙы “Ҡалмаҡтар” тип йөрөткәндәр. Сөнки, Барлыбаевтарҙың һәм Шәриповтарҙың оло аталары ҡалмаҡ тоҡомонан килә.Шулай уҡ, ашап-эсеүгә талапһыҙ, ней етһә шуны ашағанға “Ҡалмаҡ” тип атағандар.

Иҫәновтарҙы һәм Әләкбаевтарҙы “Мишәрҙәр” тигәндәр. Сөнки 150-160 йылдар элек башҡорт ерендә, батшаға ялланып ерһеҙ мишәр халҡы атлы ғәскәрҙә хеҙмәт иткән. Шул ваҡытта Иҫәновтарҙың оло аталарының береһе мишәр ҡыҙын ҡатын итеп алғанға “Мишәрҙәр” тип йөрөткәндәр.

Әбүбәкировтарҙы – “Суҡмарҙар” тигәндәр. Сөнки улар бик асыусан, һәр ваҡыт кеше менән һуғышыу өсөн суҡмар алып йөрөй торған булғандар.

Килдеғошовтарҙы “Түбәйҙәр” тип, йөрөткәндәр. Сөнки, Килдеғошовтарҙа бер һүҙ ҙә тормаған. Шуға халыҡта ла “Туғыҙ түбәйгә бер аҡыл” тигәндәр.

Рәхимғоловтар һәм Ибраһимовтарҙы “Оҙон мылтыҡтар” тип йөрөткәндәр. Сөнки улар һунарсы булғандар. Һунарға сығып йәнлек баҫтырып барғанда, ағас араһында мылтығы ағасҡа эләгеп тороп ҡалған. Шуға “Оҙон мылтыҡтар” тигәндәр.

Рәхмәтуллин һәм Фәтхуллиндарҙы “Алағоштар” тип йөрөткәндәр. Сөнки улар бер кешенән ишеткән һүҙҙе, икенсе кешеләргә һөйләп йөрөгәнгә “Алағош” тип исем биргәндәр.

Түгәлбаевтарҙы “Сей ҡолаҡтар” тигән исем биргәндәр. Уларҙың араларына ҡоҙа килгәндә, Түгәлбаевтарҙың ҡатыны, ит бешергәндә,һарыҡ башын һалған. Баштың ҡолағы, өҫтә ятҡан да бешмәгән. Ит тураған ваҡытта, ҡолаҡтың ҡаны ҡойолоп киткән, ти. Шуға “Сей-ҡолаҡтар” тигәндәр.

Ғәлиндарҙы “Ҡаҙаҡтар” тип йөрөткәндәр, сөнки уларҙың ҡартатайҙары, Ғәли исемле булып Йомашта йәшәп, һуңынан Ысмаҡайға күскән ҡаҙаҡ тоҡомонан.

Юнысбаев һәм Алсынбаевтарҙы “Таулылар” тип йөрөткәндәр. Бынан 400 йылдар элек башҡорт халҡының буш ятҡан ерҙәренә, бер кемдән дә һорамай, сыуаш халҡы күсеп килеп тора башлай.Шул ваҡытта Бөрйән һәм Тамъян-Ҡатай ырыуы башҡорттары сыуаштарҙы был ерҙән ҡыуа башлайҙар. Шул бола ваҡытында сыуаштар өйҙәрен ташлап ҡасырға мәжбүр булалар. Ҡасҡанда ҡабаланып, бер сыуаш сәңгелдәктә ятҡан ир балаһын онотоп ҡалдыра. Башҡорттар был баланы алып ҡайтырға сыҡҡас, мин алам, икенсеһе, мин алам, тип, үҙ-ара талашып, даулашып китәләр. Алсынбаевтарҙың бер ҡартының ир балалары булмай.Шуға был баланы, шул ҡартҡа бирергә риза булышалар. Ҡарт балаға, Йәдгәр, тип исем ҡуштырған. Ул бала сыуаш булғанға, сыуаштар сабата кейгәнгә “Таулы, сабатаһы баулы” тигән ара исеме ҡалған.

ШуныҺы ҡыҙыҡлы: теге Йомаш еренән ҡасып киткән сыуаштар, бөгөнгө Саҡмағош районындағы ерлеккә килеп төпләнгәндәр. Әлеге, буласаҡ ауылды сыуаштар “Йомаш” тип атағандар. Ул ауыл - әле лә бар.

Биктимеровтарҙы “Илаҡтар” тип атап йөрөткәндәр, сөнки улар ҡайғыла ғына түгел, шатланһалар ҙа илай тоған булғандар.

Сәйғәфәров һәм Байегетовтарҙы “Мәскәйҙәр” тип йөрөткәндәр. Сөнки Байегетовтар, Сәйғәфәровтарҙың төп тоҡомдары – Байыш ҡарт тоҡомо. Байыш ҡарт Урғаҙа буйында утарлап ятҡан. Башҡа утарҙа ятҡан халыҡ,